Ғәтирә (ғәр. عتيرة‎'Атира) — яһилиәт осоронда рәжәб айының һуңғы ун көнөндә мәжүси ғәрәптәр ҡорбанға кәзә салғандар. Исламдың тәүге йылдарында был рөхсәт ителә, ләкин һуңынан кире ҡағыла. Шуға ҡорбан малдары «рәжәбиә» тип аталған.

Ғәтирә

Мәжүси ғәрәптәр мал һанын арттырыу тураһында доға ҡылғандан һуң йә иһә мал иҫәбе йөҙҙән ашҡас, рәхмәт йөҙөнән ҡорбан килтергән. Малдың ҡаны балбалдың башына һөртөлгән.

Ғәтирәнең барлыҡҡа килеүе кесе хаж (үмрә) ваҡытында ҡорбан салыуға оҡшаш булған, шулай уҡ йәһүдтәрҙең пасхаһы һәм йәһүд динендәге ҡорбанға кәзә салыу йолаһы менән бәйле[1]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр бындай ҡорбан килтереүҙе туҡтатҡан[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Pellat, Ch., 1986
  2. Муфтий Такы Усмани. Месяц Раджаб. Ask imam.ru. Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 19 июнь 2013 года. 2013 йыл 25 июль архивланған.