Ғәли Соҡорой музейы

Ғәли Соҡорой музейы — танылған ғалим, XIX быуат башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙың мемориаль музейы, Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында урынлашҡан.

Ғәли Соҡорой музейы
Асылған ваҡыты 2001
Сайт museum.ru/M3187

Музей тарихы һәм тасүирламаһы

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы буларыҡ «Ғәли Соҡорой музейы» 2001 йылдың июнендә, XIX быуат мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой (ысын исеме — Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков; 1828 — 10 декабрь 1889) тыуыуына 175 йыл тулый уңыйы менән Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында асыла. 2001 йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы ҡарамағына тапшырыла.

2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә музей Әҙәбиәт музейынан айырылып Тәтешле районы мәҙәниәт бүлегенә тапшырыла. 2009 йылдың 21 декабренән башлап Тәтешле районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы филиалы булып тора.

Музей Иҫке Соҡор ауылында элекке мәҙрәсә урынанда төҙөлгән һәм 40 кв. м майҙанлы бер ҡатлы бинанан тора.[1] Музей фондында 288 экспонат һаҡлана. Улар араһында йорт-кәрәк-яраҡтары, китаптар, Кейековтар нәҫеле фотолары, шаҡир ҡулланған документтар бар. Ғ.Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе” — музейҙың ғорурлығы булып тора.

Экспозиция өс бүлектән тора. Беренсе бүлек шағир‑суфыйҙың тормошона һәм ижадына, икенсе бүлек уның тыуған ауылы тарихына арналған, өсөнсө бүлек урындағы халыҡтың традицион көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән этнографияға арналған.

Ғәли Соҡорой һәм уның улы башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғарифулла Кейеков, XV быуатта йәшәгән Иҫән хан ҡәберенә барыу музей экскурсияһының бер өлөшө.[2]. Музейҙа «Шәжәрә байрамдары», төрлө кисәләр, күсмә күргәҙмәләр ойошторола.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Музей сайты

Башҡортостан энциклопедияһында мәҡәлә 2020 йыл 30 июнь архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә