Ғәлимов Вәсил Йәһит улы

үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы.

Ғәлимов Вәсил Йәһит улы (5 февраль 1961 йыл) — үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы. Нефтекама ҡалаһында 1999 йылдан эшләп килгән «Ғәлим» студияһы директоры. Нәжип Исламов һүҙҙәренә яҙылған һәм «Нефтекама гимны» булып танылған «Йәшлегем баш ҡалаһы» йырының авторы. Башҡортостан (2008) һәм Татарстан (2010) Республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғәлимов Вәсил Йәһит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 февраль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәсил Йәһит улы Ғәлимов 1961 йылдың 5 февралендә Силәбе ҡалаһында тыуған. Малайға өс йәш булғанда, ғаилә аталарының тыуған ауылына — Башҡорт АССР-ы Илеш районындағы Ҡәҙергә ҡайтып төпләнә[1].

Бала сағы һәм йәшлек йылдары үткән ошо ауылды үҙенең тыуған төбәге тип һанай[2].

Әсәһенән күскән йыр-моңға маһирлыҡ Вәсилдә мәктәп йылдарында уҡ беленә, гармунда уйнарға өйрәнгән үҫмер бөтә концерттарҙың уртаһында була.

1978 йылда Ҡәҙер урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Бында спорт менән әүҙем шөғөлләнә, рәсем төшөрөү һәм шиғыр яҙыу менән мауыға. Бер йылдан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә үтә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң техникумда уҡыуын дауам итә.

1983 йылда махсус урта белемле белгес йүнәлтмә буйынса хәҙерге Камчатка крайының Усть-Камчатск ҡасабаһына эшкә ебәрелә. Бер йылдан һуң, атаһы ауырып китеү сәбәпле, Башҡортостанға ҡайта һәм Нефтекама ҡалаһында төпләнә, торлаҡ-экслуатация участкаһына мастер булып урынлаша.

Йыр йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • Япраҡтар әле ҡойолмаған, 1994, 25000 дана.
  • Шүрәле урмандары, 1996, 10000 дана.
  • Аҡ шишмә, 2000, 5000 дана.
  • Ҡайтауаз, 2008, 3000 дана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (20.08.2008)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (09.04.2010)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә