Ғәлиев Сөләймән Әхмәтдин улы

Ғәлиев Сөләймән Әхмәтдин улы (рус. Галеев Сулейман Ахметдинович; 3 сентябрь 1940 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Ғәлиев Сөләймән Әхмәтдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Үрге Сәрҙек, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Биографияһы

үҙгәртергә

Сөләймән Әхмәтдин улы Ғәлиев 1940 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Үрге Сәрҙек ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1965 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1960 йылда Отябрский нефть техникумын тамамлағас быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай. Артабан Тумазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар заводында нормировщик һәм инженер булып эшләй. Өфө нефть институтын тамамлағас, 1965 йылдан Туймазы заводында инженер, цех начальнигы булып эшләй.

1968—1970 йылдарҙа Туймазы район-ара электр селтәрҙәрендә баш инженер. 1974 йылдан халыҡ депутаттарынаң Туймазы район Советы башҡарма комитеты рейесе урынбаҫары. 1987 йылдан Туймазы медицина быялаһы заводының директоры.[2] Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә