Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы[1].

Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Мәкәш, Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 29 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Вафат булған урыны Белорус Совет Социалистик Республикаһы, Полесск[d]
Һөнәр төрө Командир взвода
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Усман Ғәйзулла улы Ғәйзуллин 1915 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Дәүләкән хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадронының взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 29 сентябрендә һәләк була. Белоруссия ССР-ы Полесск өлкәһенең Нивки ауылында ерләнгән[1]

Батырлығы

үҙгәртергә

Өлкән сержант Ғәйзуллин Усман Мена станцияһында (Украинаның Чернигов өлкәһендәге ҡала) барған һуғышта взвод яугирҙары менән бергә өйҙә йәшеренеп ут асып ятҡан бер төркөм дошман автоматсыларын юҡ итә. Күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән[2] бүләкләнә..

Өйләнгән, балалары була. Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улының нәҫелен ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[3] (1943)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә