Ғәзәли Сәлимә (рус. Салима Гезали, франц. Salima Ghezali; 1958, Буира, Француз Алжирында тыуған) — алжир хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналистка, яҙыусы һәм сәйәсмән. Сахаров исемендәге һәм Улоф Пальме премиялары лауреаты (1997).

Ғәзәли Сәлимә
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Алжир
Тыуған көнө 1958[1]
Тыуған урыны Буира[d]
Һөнәр төрө журналист, борец за права женщин, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы
Биләгән вазифаһы депутат[d]
Уҡыу йорто Университет Алжира[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия трудящихся[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Предпочитаемое местоимение Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Ғәзәли Сәлимә Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәзәли Сәлимә 1958 йылда Француз Алжирында тыуған. 1980-се йылдарҙа ул алжир феминист хәрәкәтенә ҡушылып китә[2]. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, уның быуынын Алжирҙың үҙаллылыҡ өсөн һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ һалдаттар өлгөһө илһамландыра һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булырға тейеш икәнлегенә инандыра[3] . Ул педагог белеме ала һәм профсоюз эшмәкәрлегенә тотона[4] .

Ғәзәли — ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары, демократия һәм кеше хоҡуҡтарын өсөн көрәш активисткаһы, «Европа һәм Мәғриб ҡатын-ҡыҙҙары» (франц. Femmes d'Europe et du Maghreb) ассоциацияһына нигеҙ һалған, Ҡатын-ҡыҙҙар үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы президенты, NYSSA ҡатын-ҡыҙҙар журналы мөхәррире. 1993 йылда Алжир La Nation аҙналыҡ баҫмаһы мөхәррире булып китә[5][6].

1991 йылда Алжир граждандар һуғышы барышында Сәлимә Ғәзәли пацифистар позицияһында тора. La Nation кеше хоҡуҡтарын һәм һүҙ азатлығын яҡлап, хөкүмәт эшмәкәрлеген дә, исламсылар эшмәкәрлеген дә тәнҡитләп тора[5]. 1996 йылда аҙналыҡ тыйыла. 2011 йылда ул яңынан интернетта сығарыла башлай. Ғәзәли эшмәкәрлеге өсөн күп бүләктәргә лайыҡ була[5].

2017 йылдың майында Ғәзәли Социалистик көстәр фронтынан депутат итеп һайлана. 2018 йылдың 23 сентябрендә Әхмәт Ғәид Сәләхҡә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндән һуң мандатынан мәхрүм ителә[7].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Les amants de Shahrazade (1999)
  • Jours intranquilles (2009)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #131456474 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Salima Ghezali
  3. Ghezali's dangerous beat
  4. Ghezali's dangerous beat
  5. 5,0 5,1 5,2 Salima Ghezali  (фр.). 20 март 2013 тикшерелгән.
  6. Ghezali's dangerous beat  (инг.), African Agenda.
  7. Template error: argument title is required. 2019 йыл 23 сентябрь архивланған.