Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы

инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим[1]. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән фән һәм техник

Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы (10 февраль 1936 йыл), инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим[1]. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм техника эшмәкәре[2]. Октябрь Революцияһы (1984) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры.

Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Күгәрсен, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш биреүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Хәйҙәр Сәғит улы Ғүмәров 1936 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында тыуа[2]. 1958 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң 1995 йылға тиклем «Мотор» ғилми производство предприятиеһында эшләй, бер үк ваҡытта 1982 йылдан алып Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта. 1995 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетында «Авиация двигателдәре» кафедраһы профессоры. Фәнни эшмәкәрлеге двигателдәрҙе һәм осоу аппараттарын интеграциялау проблемаларына арналған. Ғүмәров ҡатнашлығында авиация (Р13-300, Р25-300, Р95Ш, АЛ-31Ф һ.б.) һәм ракета двигателдәре, ГТЭ-10/95 энергетика ҡулайламаһы уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте предприятиеларында етештерелә. Асыштары Башҡортостан Республикаһының осоу аппараттары двигателдәрен етештереүсе сәнәғәт предприятиеларында индерелгән. Ғүмәров Х.С. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980) Октябрь Революцияһы ордены (1984) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының техник фәндәр өлкәһендәге С.А. Гаврилов исемендәге премия лауреаты (2014)[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә