Ғисмәтулла Кинйәкәев

Ғисмәтулла Кинйәкәев (1792—?) — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Ғисмәтулла Кинйәкәев
Тыуған ваҡыты

1792({{padleft:1792|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ҡаңлы улусы, Бүздәк ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби звание

зауряд-хорунжий

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Связи

о

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғисмәтулла Кинйәкәев Ырымбур губернаһы Ҡаңлы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Бүздәк ауылында йәшәгән. Зауряд-хорунжий булып хеҙмәт иткән.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 5-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 5-се Башҡорт атлы полкы Бөгөлмә өйәҙе Ҡарабан ауылында 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 29 авгусында Ҡазан менән Чебоксар аша Түбәнге Новгородҡа бара. 15 октябрҙән кенәз П. М. Волконский отряды составына керә, Сураж һәм Велиж ҡалаларында урынлаша. 1 ноябрҙән генерал-майор М. М. Свечин отряды составына инә. 1812 йылдың 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Витебскиҙа һәм Борисовта була. 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. 1813 йылдың октябренән 1814 йылдың апреленә ҡәҙәр Минск губернаһында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта полктың бер өлөшө Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша һәм һуғышты Парижда тамамлай[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.