Ғиззәтуллина Зөләйха Тәхәү ҡыҙы

Викидатала элемент тултырылмаған

Зөләйха Тәхәү ҡыҙы Ғиззәтуллина (1923, Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны, хәҙерге Ишембай районы Алмалы ауылында тыуған) — уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың хәләл ефете.

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөләйха Тәхәү ҡыҙы Ғиззәтуллина 1923 йылда хәҙерге Ишембай районы Алмалы ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы уның йәшлек йылдарына тура килә. Зөләйханы күрше Түбәнге Әрмет ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр.

Был ауылда фронттан 1941 йылдың көҙөндә ҡаты яраланып, бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалған, өс йыл госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң ҡайтҡан уҡытыусы егет Ибраһим Ғиззәтуллин ата-әсәһе ҡарамағында көн итә. Зөләйха уларға ярҙам йөҙөнән һыу килтерә, башҡа ваҡ-төйәк эштәрендә ярҙам итеп тора. Һылыу, уңған ҡыҙ яралы фронтовиктың йөрәген яулай. Тик түшәктә генә ятҡан, аяҡ-ҡулдары йүнләп хәрәкәт тә итмәгән егет ҡыҙға тәҡдим яһарға батырсылыҡ итмәй. Егеттең атаһы менән әсәһе ҡыҙға үҙҙәренең килене булырға тәҡдим итә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуҙарын да әйтәләр.

Түбәнге Әрмет ауылы уҡытыусыһы булып эшкә килгән «Зөләйха Тәхәү ҡыҙы уның машинисткаһы ла, водителе лә, кәңәшсеһе лә, илһам сығанағы ла…», хатта «…ҡулы ла, аяғы ла, күңеле лә, йөрәге лә була. Әйтеүе генә анһат: йәш кәләше уны көн һайын иртән түшәгенән күтәреп торғоҙа, йыуындыра, кейендерә, ашата. Бына шулай 48 йыл бергә тормош көтөүҙәре осоронда бала урынына тәрбиәләй Зөләйха Ибраһимын. Бынамын тигән өс ул, береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. Ни тиклем ауыр булһа ла, барыһына ла өлгөрә Зөләйха Тәхәү ҡыҙы, уҡытыу эшен ташламай, хаҡлы ялға сыҡҡансы Түбәнге Әрмет урта мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы була»[1].

Ибраһим ҡайһы бер саҡта, хәле насарайып киткәндә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлағас, ҡатыны Зөләйха уға Николай Островскийҙың «Как закалялась сталь» («Ҡорос нисек сыныҡты») романын алып ҡайтып бирә. Был китап геройы Павка Кочагин (прототибы яҙыусы Н. Островский) яҙмышы менән үҙ яҙмышының оҡшашлығы, геройҙың үҙендә йәмғиәткә файҙалы булырға көс таба алыуы Ибраһимға ҙур тәьҫир яһай. Ул ҡатыны ярҙамы менән әҙәби ижадта үҙен һынап ҡарамаҡсы була. 1955 йылда уның тәүге «Гөлзәйнәп» исемле хикәйәһе «Әҙәби Башҡортостан» (1961 йылдан «Ағиҙел» журналы) журналында баҫылып сыға.

Ибраһим Ғәзизулла улы, ҡатыны эштә саҡта, хәле арыуланыбыраҡ киткәндә, бәләкәс балаларын бәүетеп, ашатып тора алғаны тураһында шатланып ҡатынына һөйләр булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙипкә башҡаса үҙ аяғында йөрөргә тура килмәй. Иренең ата-әсәһе вафат булғас, йәш ҡатынға донъя йөгөн бер үҙе тартыуы бигерәк тә ауыр була. Тик ул бирешмәй, Ибраһимын ижад менән шөғөлләнергә дәртләндереп, уға һәр саҡ ярҙам итеп тора. Ибраһим Ғиззәтуллин йылдар үтеү менән танылған яҙыусы булып китеүҙә уның ҡатыны Зөләйха Тәхәү ҡыҙының роле һис шикһеҙ баһалап бөткөһөҙ[2].

Башҡортостандың билдәле яҙыусыһы, публицист Нур Зарипов «Ҡаһармандар» тигән яҙмаһында былай ти:

«И. Ғиззәтуллин миңә үҙенең „Ҡәйнә“ хикәйәһен нисек яҙылыуын һөйләгәйне. Уны ул үҙҙәренә сепаратҡа килгә бер ҡарсыҡҡа әсәһенең Зөләйханы маҡтап һөйләгәнен эске яҡтан тыңлап ятҡан да, шунан һуң яҙған икән. „Ул минең әҫәр түгел, әсәйемдең хикәйәһе ул“, — тигәйне».

Яҙыусы «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» романын (1986) һөйөклө ҡатынына бағышлай. Романдағы көслө рухлы Зөһрәнең прототибы — Зөләйха Ғиззәтуллина.

Тормош иптәше Ибраһимды баш ҡала табиптарына алып барып йөрөтөү ауыр булғас, ул водителдәр курсын тамамлап, автомобиль йөрөтә башлай. Был автомобилде ауыр хәлдәге инвалидтарға хөкүмәт бирә. Зөләйха Ғиззәтуллина һөйләүенсә, шул автомобиль менән улар әллә нисә тапҡыр юл ҡазаһына ла осрап, хатта ҡапланып та, иҫән ҡала.

Яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итер өсөн яҙыусыға кешеләр менән даими аралашыу кәрәк. Был эштә лә Зөләйха ханым иренә алыштырғыҙ ярҙамсы була. Ауылдаштары һөйләүенсә, ҡыш үтеп, көндәр йылыныу менән Ибраһимын хөкүмәт биргән еңел машинаға ултыртып, баҫыуҙарға, бесән сапҡан ялан-болондарға, малсылар йәшәгән йәйләүҙәргә алып сыға. Кешеләр менән ихлас аралашып, ил-донъя, ауыл хәбәрҙәре тураһында һөйләшеп Ибраһим Ғиззәтуллин йәшәүгә дәрт, көс йыйып ҡайта.

Зөләйха Тәхәү ҡыҙы машина йөрөтөргә оҫтарып алғас, улар күрше райондарға, колхоз-совхоз хеҙмәтсәндәре, уҡыусылар, уҡытыусылар менән осрашыуҙарға ла йөрөй башлай. Был осрашыуҙарҙан улар ижад өсөн ҡыҙыҡлы материалдар ҙа алып ҡайта. Өйҙәренә ҡайтҡас, Ибраһим хикәйә, повестар яҙа, ә Зөләйха уҡып сығып, эшлекле кәңәштәрен әйтә, бергә ултырып улар был әҫәрҙәрҙе төҙәтәләр, ә һуңынан кис, мал-тыуар ҡарап бөтөп, балалар йоҡоға талғас, Зөләйха уларҙы машинкала баҫа.

Илле йылға яҡын бергә ғүмер итеү осоронда Ибраһим Ғиззәтуллин менән Зөләйха Ғиззәтуллина бергәләп, тиҫтәләгән очерк, хикәйә, шиғыр, биш повесть, ике роман яҙа — барлығы 14 китап. Уларҙың ҡайһы береһе рус теленә тәржемәләнеп, Мәскәүҙә донъя күрә.

«Ибраһим Ғиззәтуллиндың ниндәй аяныс хәлдә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, әҙәби ижад кеүек ифрат ауыр эшкә рухи көс табыуы — үҙе бер баһадирлыҡ булһа, ҡатыны Зөләйха ханымдың ныҡлығы — иш янына ҡуш батырлыҡ ул. Был ике заттың тормоштарын айырып ҡарап булмаған кеүек, уларҙың характерҙары ла асылда бер төҫлө — ҡаһармандар!» (Нур Зарипов. Ҡаһармандар. И. Ғиззәтуллин. Икенсе бейеклек.Өфө: Китап, 1996).

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, уның батырлығына һоҡланып, «Ике Зөләйха» поэмаһын яҙа (1984—1985):

«Зөләйхаләр, ябай Зөләйхаләр,

Тыуған ерҙең ябай ҡыҙҙары!

Бер бәхеттер һеҙҙең барлығығыҙ,

Ниндәй рәхәт тойоу һеҙ барын.

Һеҙ бар саҡта бәхетһеҙлек ҡасты,

Ике ирҙән ҡасты бик алыҫ.

Һеҙ булғанға рухи үлмәнеләр

Йәштәш Ибраһим менән Мөҙәрис».

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное из-дательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Зарипов Н. Предисловие к книге «Сад влюбленных» — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Смирнов В. Гроза над башкирской деревней. — журнал «Дружба народов», 1977, № 10. (рус.)
  • Ибраһим Ғиззәтуллин. Икенсе бейеклек.Өфө: Китап, 1995. Һуңғы һүҙ- Нур Зарипов. Ҡаһармандар
  • Назар Нәжми. Һайланма әҫәрәҙр. II-се том. Өфө: Китап, 2012, 293-сө бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә