Викидатала элемент юҡ

Ғибат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғибат исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғибат исеменең ғәрәп теленән тәржемәһе ҡол, хеҙмәтсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы (1906 йыл — 1965 йыл) — сержант. 1-се Украина фронтының 10-сы Айырым Армия трофей батальоны 5-се гвардия армияһының взвод командиры ярҙамсыһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945) менән бүләкләнгән.

Фамилияла

үҙгәртергә

Ғибатов Франгил Ғиззәт улы (рус. Гибатов Франгиль Гиззатович) (12 апрель 1935 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Физика-математика фәндәре кандидаты.

Ғибатдинов Айрат Минерәсих улы (16 ғинуар 1986 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне, Федерация Советы ағзаһы (2021 йылдан).

Ғибатов Айнур Айрат улы (29 октябрь 1994 йыл]) — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ