Үрге Аллағыуат (рус. Верхний Аллагуват) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 154 кеше[1]. Почта индексы — 453188, ОКАТО коды — 80248802002.

Ауыл
Үрге Аллағыуат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°12′11″ с. ш. 55°31′21″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 802 002

ОКТМО коды

80 648 402 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Аллағыуат (Рәсәй)
Үрге Аллағыуат
Үрге Аллағыуат
Үрге Аллағыуат (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Аллағыуат

Тарихы үҙгәртергә

Аллағыуат ауылы Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнендә ултырған Алаҡай һәм Сытырман ауылдары араһында урынлашҡан. Уға ҡайһы ваҡытта нигеҙ һалыныуын билдәләү ауыр. Уның тураһындағы мәғлүмәт тик 1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында хасил була. Тимәк, ауыл XVIII быуаттың 60 — 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән, тип фаразларға мөмкин. Өҫтәүенә, картала тик бер генә ауыл күрһәтелә. 1834 һәм 1859 йылдар араһында ғына ул икегә бүленә. Х Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Түбәнге Аллағыуаттағы (Сәрмәк) 62 ихатала 370 кеше йәшәүе теркәлә. Үрге Аллағыуатта 38 ихатала 200 кеше йәшәй. Халыҡ тотошо менән аҫаба башҡорттар. Ике ауыл да Федоровка ауылынан 23 саҡырымда урынлаша[2].

1770 йылдың 20 майында үҙенең Рәсәй империяһы буйлап сәйәхәте ваҡытында И. И. Лепехин Воскренск заводтарынан 50 саҡырымда ултырған Бүләк ауылында Бүләк исемле старшинала ҡунаҡта була. Башҡорттар уның ниндәй маҡсат менән сәйәхәт итеүе менән ҡыҙыҡһына. Лепехин уларҙың ҡулына губерна канцелярияһынан сәйәхәттең маҡсаты атап яҙылған указды тоттора. Был документҡа ҡарата башҡорттарҙа ихтирам тойғоһо күҙәтелеүен биләдәләп үтә сәйәхәтсе. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыу сараларында ни өсөндөр Бүләк ауылы тураһында мәғлүмәттәр бирелмәй[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 154 79 75 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 61/Села и деревни Юрматинских башкир. Стерлибашевский район
  3. Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 61/Села и деревни Юрматинских башкир. Стерлибашевский район.

Әҙәбиәт үҙгәртергә