Ғайнуллин Флюр Музип улы
Ғайнуллин Флюр Музип улы (рус. Гайнуллин Флюр Музипович) (6 сентябрь 1939 йыл) — эшкәртеү өлкәһе хеҙмәткәре. 1974 йылдан Ҡарламан шәкәр заводы директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ғайнуллин Флюр Музип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 сентябрь 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Һарт-Шишмә ауылы, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | директор |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт аҙыҡ-түлек сәнәғәте университеты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒайнуллин Флюр Музип улы 1939 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-а Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1968 йылда Мәскәү аҙыҡ промышленностының технология институтын тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын 1958 йылда Ҡарлыман сәкәр заводында эшсе булып башлаған. 1958 йылдан 1962 йлға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң сәкәр заводында электромонтер булып эшләй. Институтты тамамлап ҡайтҡас, Ҡарламан шәкәр заводында баш механик булып эшләй.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
1974 йылдан Ҡарламан шәкәр заводының директоры.[2] Ҡырмыҫҡалы районы 223-сө Прибельский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104