Ара

Ысын йә ҡабул ителгән туғанлығы һәм сығышы буйынса берләшкән кешеләр төркөмө

Ара — бер ата-бабанан килгән ҡан-ҡәрҙәш быуындар[1]; башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошонда туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ырыуы бүленеше.

Синонимдар: нәҫел, нәсәп, тоҡом, ырыу, зат, бауыр, тамыр, зат-зәүер, ором.

Ырыу башлығы

үҙгәртергә

Ырыу башлығы һәр ваҡытта ла кеше генә түгел, ул шулай уҡ мифологик герой, алла йәки хатта хайуан да була алған. Һуңғыһында ырыуҙың тотемы (ырыу-ҡәбилә йәмғиәте осоронда табына торған хайуан) булып торған. Ырыу ойошмаһының ике төп төрө: линидж (был ырыу эсендә бөтә кешеләр ҙә башлыҡ менән туғанлыҡ ептәре аша бәйле) һәм клан (ырыу төркөмөнөң сығышы мифик йәки легендар ата-бабанан юл ала).


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә



  Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.