Яңы Әлим
Яңы Әлим — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Яңы Әлим ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Яңы Әлим татар. Яңа Әлем | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423762 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Тыңламаҫ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәЯңы Әлим — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
1848 йылда ауылда 3 тирмән (1905 йылда — 2 ел тирмәне), 3 бакалея кибете, 3 икмәк магазины, мәсет (1905 йылда — 2 мәсет) теркәлгән[3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 226 башҡорт тархандары, 108 типтәр, 39 мишәр; 1816 йылда — 318 башҡорт, 69 типтәр, 20 мишәр; 1834 йылда — 520 башҡорт, 109 типтәр, 52 мишәр; 1848 йылда — 630 башҡорт, 216 типтәр; 1912 йылда — 2259 башҡорт, 340 керҙәш (типтәрҙәр һәм мишәрҙәр) йәшәй[3].
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ишмәтов Ғәбделғафар Ғәбдессәләм улы — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1812 йыл иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры[3].
- Шәйҙәҡов Вәлиша Шәрип улы — зауряд-сотник. 20-се башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1812 йыл иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 110—114. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 267—274. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.