Яңы Кәңгеш ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Яңы Кәңгеш ауыл СоветыДүртөйлө районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452305. ОКАТО коды — 80224828000. Өсбүлә ауыл советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Яңы Кәңгеш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Яңы Кәңгеш
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452305

Ауыл Советы составы үҙгәртергә

Яңы Кәңгеш ауылы — административ үҙәк, Ҡазаклар, Барғат, Ҡырғыҙ, Кесе Бишҡураз , Яңы Баҙраҡ, Сергеевка, Таубаш-Баҙраҡ ауылдары

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы ст.1 п. белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Өсбүлә ауылында административ үҙәге менән, «Өсбүлә» атамаһын һаҡлап, Өсбүлә һәм Яңы Кәңгеш ауыл Советтарын берләштерергә.

Яңы Кәңгеш ауыл Советының Ҡаҙаҡлар, Яңы Кәңгеш, Барғаты, Ҡырғыҙ, Кесе Бишҡураз, Яңы Баҙраҡ, Сергеевка, Таубаш-Баҙраҡ ауылдарын Өсбүлә ауыл Советы составына индерергә.
Өсбүлә ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Яңы Кәңгеш ауыл Советын алып ташларға.

Географик урыны үҙгәртергә

2008 йылға Саҡмағош районы, Иҫке Яндыҙ ауыл Советы, Миңеште ауыл Советы, Байгилде ауыл Советы, Өсбүлә ауыл Советы, Тәкәрлек ауыл Советы, Миәҙәк ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы").

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә