Яңы Бесәнсе (Көйөргәҙе районы)
Яңы Бесәнсе — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районына ҡараған биләмәлә Бошман-Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән ауыл. Был ауылда башҡорт суфый шағиры Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи тыуып үҫкән.
1816 йылғы ревизия материалдарынан күренеүенсә, был ауыл Ырымбур губернаһы һәм өйәҙе 9-сы башҡорт кантонының 2-се бүлеге 13 класлы кантон ярҙамсыһы старшина Буранбай Бураҡаев командаһына ҡараған. Ул хәҙерге Көйөргәҙе районы Оло Көйөргәҙе йылғаһының һул яғында 1-се Кинйәабыҙ менән Түкән ауылдары араһында урынлашҡан бәләкәй генә утар була. Барлығы ике йорт булып 14 ир һәм 12 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ҡобағошов Ө. М. Таймаҫ ауылы (Бөрйән улусының «Айырым биләмәһе»). — Өфө, 2007, «ДизайнПолиграфСервис», 207 бит. — ISBN 978-5-94423-128-4
Был Көйөргәҙе районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |