Звезда (гәзит)

(Йондоҙ (гәзит) битенән йүнәлтелде)

«Звезда» («Йондоҙ») — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

«Йондоҙ» («Звезда»)
ФорматА3[1]
Сығыу йышлығыаҙнаһына 2 тапҡыр
ОйоштороусыБашҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Йондоҙ» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы
Сыға башлаған1931
Телбашҡорт (1991 йылға тиклем), урыҫ
Редакция адресы:Башҡортостан, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33
Тираж4750[1]

ТауисирламаҮҙгәртергә

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Йондоҙ» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы. Ғафури районы Красноусол ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға[2].

ТарихҮҙгәртергә

1931 йылдың октябренән алып «Ударник хлебозаготовок» («Иген әҙерләү ударнигы»), 1932 йылдан «Ударник», 1957 йылдан «Еңербеҙ» гәзите (1935 йылдан алып башҡорт телендә сыға) менән берләшкәндән һуң, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Знамя коммунизма» исеме менән, 1965 йылдан башлап урыҫ телендә хәҙерге исеме менән һәм башҡорт телендә «Йондоҙ» булып сыға. 1963—1965 йылдарҙа нәшер ителмәй[2].

Башҡорт телендәге «Йондоҙ» гәзите 1991 йылдан алып үҙ аллы баҫма — «Табын» гәзите булып сыға[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Обзор СМИ Гафурийского района. Официальный сайт Муниципального района Гафурийский район РБ. 30 июль 2015 тикшерелгән. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Звезда (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә