Яҡлаусыһыҙ зат (хикәйә)
Яҡлаусыһыҙ зат — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың 1887 йыл ижад иткән хикәйәһе, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 28 февралендә «Осколки» журналында баҫыла. Әҫәрҙә тирә-йүнендәге кешеләрҙең ҡыҙғаныуына өмөт итеп, үҙ маҡсаттарына өлгәшергә тырышып йәшәгән ныҡымыш кеше ирония менән һүрәтләнә. Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителә.
Яҡлаусыһыҙ зат | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Баҫмалары
үҙгәртергәХикәйә тәүге тапҡыр 1887 йылдың 28 февралендә «Осколки» журналының 9-сы һанында «А. Чехонте» ҡултамғаһы менән баҫыла.
Хикәйә Чеховтың А. Ф. Маркс нәшер иткән әҫәрҙәр йыйынтығына ингән. Әҫәрҙәр йыйынтығына ингән текст «Осколки» журналының тексынан айырылған. Әҫәрҙәр йыйынтығында хикәйә ваҡиғалары, һорап килеүсене аҡларлыҡ рәүештә, банкка күсерелә (элек — тимер юлдары ведомствоһында). Персонаждарҙың исемдәре башҡа. 1891 йылда хикәйә материалы буйынса Чехов «Юбилей» водевилен яҙа.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителә.
Сюжеты
үҙгәртергәПодагра сиренең төнгө өйәнәгенән һуң, иртүк ярһып килеп торған, үлеп барғандай, көскәк тын алған Кистунов ваҡытында хеҙмәт урынына килә, үтенес менән килеүселәрҙе һәм банк клиенттарын ҡабул итә башлай. Үтенес менән тәүләп килеүсе Щукина булып сыға. Уның ире, коллежский асессоры, ауырыу биш ай буйы ауырый һәм дауаланып өйҙә ята. Кистунов һанауынса, был айҙарҙа, бер сәбәпһеҙ, уны отставкаға ебәрәләр һәм ул, «дөйөм кассанан алған һәм башҡа чиновниктар уға ышаныс биргәнгәлер» эш хаҡынан егерме дүрт һум утыҙ алты тин алып ҡалғандар.
Асессорҙың ҡатыны ире, уның ризалығынан тыш, аҡса алғандыр тигәнде бер нисек тә аңламай. Ул Кистуновтан тотоп алып ҡалған аҡсаны кире ҡайтарыуҙа ярҙам итеүен һорай, тормошҡа зарланып, илап килә: «Мин ярлы ҡатын-ҡыҙ, фатирымда йәшәүселәр биргәнде генә ашап йәшәйем мин… Мин көсһөҙ, яҡлаусыһыҙ… Һәр ҡайһыһы мине рәнйетә һәм бер кемдән дә яҡшы һүҙ ишетмәйем…».
Кистунов үтенес менән килеүсегәгә уның кәрәкле ведомствоға килмәгәнлеген һәм банк был проблеманы хәл итә алмаясағын, иренең хеҙмәт урынына барырға кәрәклеген аңлата. Щукина Кистуновты, биш урында булып та, бер ҡайҙа уның үтенесен ҡабул итмәүҙәренә ышандыра. Үҙе лә эшһеҙ тороп ҡалған кейәүе ҡәйнәһенә Кистуновҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Банк хеҙмәткәре Щукинаға, хәрби-ялан ведомствоһы һәм шәхси коммерция учреждениеһының айырмаһын һәм был хәлдә бер нимә лә эшләй алмаясығын аңлатырға маташа.
Швейцарҙы, «ул сыр-сыу күтәреп ҡуйыр тип, ә был йортта фатирҙар күп, иһәм беҙҙең турала әллә нимә уйлап ҡуйырҙар…», тип саҡырмаҫҡа булалар. Сығырынан сыҡҡан Алексей Николаевич, бар аңлатырға тырышыуы ла һөҙөмтәһеҙ тамамланғанлыҡтан, Щукинаны ҡыуып сығарырға маташа, әммә, быға саҡлы үҙендә йәшәгән өс кешене хөкөмгә тарттырған ҡатын, сәрелдәй башлай һәм адвокат саҡырыу менән янай.
Тәҙрәнән хәлһеҙләнгән Кистунов һонолоп ҡарай. Ул Щукина ға үҙенең аҡсаһын бирә, тик уның китеүен генә теләй. Ҡатын рәхмәт әйтә һәм иренең ҡабат элекке эшенә алыныу мөмкинлеген белешеп маташа… Ҡатындың һорауын яуапһыҙ ҡалдырып, сирле Кистунов өйөнә ҡайтып китә, бөтә банк хеҙмәткәрҙәре, тынысландырыусы дарыуҙар ҡабып, эшкә тотона, тағы ике сәғәт просиживать уҡ передней. Щукина, Кистунов килеүен көтөп, тағы ике сәғәт алғы бүлмәлә ултыра. Ҡатын икенсе көндө лә килә.
Ҡулланыу
үҙгәртергә1960-сы йылда СССР-ҙа «Яҡлаусыһыҙ зат» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлә. Режиссёры: Матвей Володарский.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Беззащитное существо // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Институт мировой литературы им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982. Журнал «Осколки», № 9 от 28 февраля 1887 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Беззащитное существо 2017 йыл 7 май архивланған.. Оригинальный русский текст