Ясмила Жбанич
Ясмила Жбанич (босн. Jasmila Žbanić, 19 декабрь 1974, Сараево, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы) — Босния һәм Герцеговина кинорежиссёры. Жбанич үҙенең «Грбавица» фильмынан һуң донъяла билдәлелек яулай, кинокартина 2006 йылда 56-сы Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә «Алтын айыу» наградаһына эйә була. Шулай уҡ уның 2010 йылда сыҡҡан «Юлда» («На пути») фильмы 2010 йылғы Берлин кионофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша.
Ясмила Жбанич | |
босн. Jasmila Žbanić | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Босния һәм Герцеговина |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1974[1][2][3] (49 йәш) |
Тыуған урыны | Сараево, Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][1] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, актёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, видеохудожник |
Уҡыу йорто |
Сараево университеты[d] Academy of Performing Arts in Sarajevo[d] |
Ойошма ағзаһы | Европейская киноакадемия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ясмила Жбанич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЯсмила Жбанич 1974 йылда Югославия Социалистик Федератив Республикаһының Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы Сараевола босний мосолман ғаиләһендә тыуған.[4]
Ясмила Жбанич Сараевола сәхнә сәнғәте академияһының театр һәм кино режиссураһы бүлеген тамамлай. Күпмелер ваҡыт дауамында АҠШ-та Вермонт штатында «Икмәк һәм ҡурсаҡ» ҡурсаҡ театрында эшләй, Ли Ди Лонг эш төркөмөндә клоун булып эшләй.
Босния һәм Герцеговинаға ҡайтҡас, 1997 йылда «Деблокада» художестволы ассоциацияһына нигеҙ һала һәм документаль һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә башлай[5]. «Деблокада» ассоциацияһы менән бихисап документаль фильмдар, художестволы видео эштәр һәм ҡыҫҡа метражлы төшөрә һәм әҙерләй[5]. Уның эштәре бөтә донъя буйынса күп кенә кинофестивалдә һәм күргәҙмәлә күрһәтелә: «Манифеста 3» 2000 йылда Словенияла, «Kunsthalle Fridericianum» 2004 йылда Касселдә, 2003 йылда Истанбул биенналеһында.[5]
Ясмила Жбаничтың «Грбавица» фильмы 2006 йылда 56-сы Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә «Алтын айыу» наградаһына эйә була һәм «Европаның иң яҡшы фильмы» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар роле» категорияларында 2006 йылғы Европа киноакадемияһы премияһына номинант була.[5]
Фильмографияһы
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1995 | ф | Автобиография | Autobiografija | |
1997 | ф | После, после | Poslije, poslije | |
1998 | ф | Noć je, mi svijetlimo | ||
1998 | ф | Ljubav je... | ||
2000 | ф | Red Rubber Boots | ||
2003 | ф | Sjećaš li se Sarajeva | ||
2003 | ф | Картинки из угла | Images from the Corner | |
2004 | ф | Birthday | ||
2006 | ф | Грбавица | Grbavica | режиссёр, сценарист |
2010 | ф | В пути | Na putu | режиссёр, сценарист |
2013 | ф | Тем, кто не может врать | For Those Who Can Tell No Tales | режиссёр, сценарист |
2014 | ф | Остров любви | Otok ljubavi | режиссёр, сценарист |
Бүләктәре
үҙгәртергә- «Грбавица» фильмы өсөн 2006 йылда 56-сы Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә «Алтын айыу» наградаһы.
- «Грбавица» фильмы өсөн 2006 йылда 56-сы Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә экуменик (христиан) жюриһы призы
- «Грбавица» фильмы өсөн 2006 йылда 56-сы Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә Peace Film Award призы
- «Картинки из угла» («Мөйөштән һүрәттәр») фильмы өсөн ZagrebDox премияһының «Бөйөк мисәте»
- «Автобиография» фильмы өсөн Сорос-үҙәге премияһы
- «После, после» («Һуңынан, һуңынан») фильмы өсөн Сорос-үҙәге премияһы
- «Noć je, mi svijetlimo» фильмы өсөн махсус приз
- «Noć je, mi svijetlimo» фильмы өсөн New York Expo Film Festival жюриһы премияһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #138490058 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Jasmila Žbanić // filmportal.de — 2005.
- ↑ Jasmila Zbanic // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Jasmila Zbanic • Director .
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 On The Path . The Match Factory. Дата обращения: 30 апрель 2015.