Ярғаҙы
Ярғаҙы — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала огругы составындағы ауыл.
Ауыл | |
Ярғаҙы Вергаза | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 35167 |
Почта индексы |
456051 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл аша Йүрүҙән йылғаһының ҡушылдығы Ҡорғашан шишмәһе аға. Ҡытаутамаҡ ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 30 км
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә:
Ярғаҙы тигән төрки ир-ат исеменән алынған, нигеҙендә — вер, вяр, яр, ер — «герой, дуҫ, иптәш» һәм ғәзи — «еңеүсе», «азатлыҡ һаҡсыһы» исеменең ғәрәп тибы компоненты ята тип аңлата.[2]
От тюркского мужского имени Вергазы, с основой вер, вяр, яр, ер — «герой, друг, товарищ» и арабским типовым компонентом имени гази (газы) — «победитель», «поборник свободы».
Тарихы
үҙгәртергәЯрғаҙы ауылы Йүрүҙән йылғаһының уң ҡушылдығы Ярғаҙы йылғаһы буйында ултырған ауыл. Ҡытаутамаҡтан төньяҡта урынлашҡан. Ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа 3 километрҙа Башҡортостан Республикаһы сиге үтә.
Ярғаҙы ауылына 1922 йылда Минкә ауылынан килгән кешеләр нигеҙ һалған.
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ул Урал өлкәһе Златоуст округы Ҡытау районы Минкә ауыл Советына ҡараған Ярғаҙы-Жигалевский ауылы тип күрһәтелгән. Ул ваҡытта ҡасабаның 19 хужалығында 105 кеше йәшәгән.
1933 йылдар тирәһендә Ярғаҙыла ауыл Советы булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар (бәлки, 1932 йылда ауыл Советы урынлашҡан Минкә ауылында булған ҙур янғын арҡаһында Ярғаҙы ауыл Советын ойоштороу ваҡытлыса сара булғандыр).
1931 йылда күрше Сулуяновский һәм Владыкино халҡы Чапаев исемендәге колхоз ойоштора (Минкә ауыл Советының Владыкин колхозы). Колхоз ерҙәре 1212 гектар тәшкил иткән. Ярғаҙы биләмәһе лә ошо колхоз составына инә[3].
1959 йылдан бөтөрөлгән колхоз нигеҙендә «Ҡытау» совхозының 4-се (Владыкино) бүлексәһе булдырыла.
1971 йылда Владыкин бүлексәһе «Түбәләҫ» совхозына күсерелә.
1983 йылдың мартында элекке Владыкин бүлексәһе ерҙәре Йүрүҙән механика заводына (ЮМЗ) бирелә, һәм бында завод «Ярғаҙы» ярҙамсы хужалығы ойоштора. Ярҙамсы хужалыҡ ерҙәре 2608 гектар тәшкил итә, шуның 1600 гектары – һөрөнтө ерҙәр була. Директоры — Александр Тимофеевич Абрамов. Ярғаҙы ошо хужалыҡ составына инә.
Йүрүҙән механик заводы ярҙамсы хужалығы 1990-сы йылдар аҙағына тиклем эшләй. Унан «Ярғаҙы» ЯСЙ айырылып сыға, һәм ул килешеү буйынса Ҡытаутамаҡ ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Хужалыҡта 1301 гектар һөрөнтө ер була, әммә аҙ ер майҙаны эшкәртелә. Директоры — Александр Иванович Мажаров.
Күп тармаҡлы хужалыҡ (пилорамаһы була) 2002-2003 йылдарҙа малсылыҡта ла, игенселектә лә күҙгә күренгән уңыштарға өлгәшә. 2003 йылда арыш уңышы өлкә уңышынан юғарыраҡ була. Ярғаҙы продукцияһы (ит һөт, картуф, кәбеҫтә) Ҡытаутамаҡ ҡалаһы социаль учреждениеларына ваҡытында еткерелә. Ярғаҙы ауылында 2000-се йылдар башында башланғыс мәктәп эшләй.
2004 йылда Ярғаҙыла «Русь» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (СХПК, етәксеһе — А.И. Мажаров) барлыҡҡа килә. 2009 йылда – А. И. Мажаров «Памир» СХПК-ын ентәкләй, үҫеш йүнәлеше йылҡысылыҡ, ҡуйсылыҡ була[3].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта биш урамдан торған Ярғаҙыла клуб, фельдшер-акушер пункты эшләй. 2010 йылдан Ҡытаутамаҡ ҡала округы хакимиәте Ярғаҙыла ирекле янғын дружинаһы төҙөй[4].
Халҡы
үҙгәртергә1970 йылда Ярғаҙыла 85, 1997 йылда – 205, 2011 йылда – 113, 2012 йыл башында – 99 кеше йәшәгән.
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[1] |
129 | ↘82 |
- Гендер составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, мәғлүмәттәре буйынсаа, ауылда 2 акеше 38 ир һәм 44 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгәне асыҡланды
Урамдары
үҙгәртергәАуылда 5 урам бар[6].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ 3,0 3,1 Краеведение г. Усть-Катав. А.П. Соколов, научный сотрудник МКУК «Историко-краеведческий музей»(недоступная ссылка)
- ↑ Краеведение г. Усть-Катав 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Усть-Катав г. → Вергаза д.