Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы
Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы (28 июль 1979 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғалим. Тарих фәндәре кандидаты.
Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 июль 1979 (45 йәш) |
Һөнәр төрө | менеджер, директор, тарихсы |
Эш урыны | Башҡортостан Республикаһының Милли музейы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты |
Биография
үҙгәртергәАльбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина 1979 йылдың 28 июлендә тыуа. 1994 йылда, Сибай ҡалаһының 10-сы урта мәктәбен тамамлағас, Сибай педадогия колледжының «Башланғыс класс уҡытыусыһы» факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1999 йылда Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡый, тарихсы һөнәрен ала. Эш юлын ҡаланың 6-сы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.
2004 йылдан — СИБДУ-ның тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, 2010—2014 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының тарих кафедраһы мөдире, юридик факультеттың дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. 2015 йылдың ноябренән Сибай тарих-тирә-яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләй. 2021 йылдың февраленән 2022 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры[1]. 80 ашыу фәнни мәҡәләләр авторы.
2018 йылдың февралендә проект эшмәкәрлеген һәм музей-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тарихи-мәҙәни мираҫты популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С. Т. Сәғитовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
2019 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 500 етәксеһе исемлегенә инә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- СОВРЕМЕННЫЙ МУЗЕЙ — ГЕНЕРАТОР ИДЕЙ 2018 йыл 30 июнь архивланған.