Японияла башҡорт һәм татар общинаһы
Японияла башҡорт һәм татар ойошмәһы, шулай уҡ япон төркиҙәре — Японияла Октябрь революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән иң аҙ һанлы милли халыҡтар общинаһы[1]. Был халыҡтарҙың нигеҙен совет власына ҡаршы булып, 1919 йылда Маньчжурия аша СССР-ҙан ҡасып килгән Ҡаҙан татарҙары һәм башҡорттар тәшкил итә. 1920 йылда уларҙың дөйөм һаны 1200-ҙән ашып киткән була[2][3][4]. Токио, Кобеның ситтәрендә урынлашалар.
1935 йылда башҡорт дин әһеле Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тырышлығы менән мосолман мәхәлләһе өсөн Японияла беренсе мосолман ғибәҙәтханаһы — Токио йәмиғ мәсете төҙөлә, һәм властар тарафынан ислам дине танылыу таба[2]. Токиолағы 1938 йылда төҙөлгән «Исламиә» мәсете 1985 йылдағы ер тетрәүҙәрҙең береһенән һуң емерек хәленә килә, һәм 1986 йылда уны тулыһынса һүтеп ҡуялар. 1998 йылда яңы мәсет төҙөү эшен башлайҙар. Был мәсет 2000 йылдың 30 июнендә асыла.
1939 йылда премьер-министр Киитиро Хиранума Японияла ислам диненең христианлыҡ һәм буддизм менән тиң хоҡуҡлы икәнлеген иғлан итә.
Күренекле вәкилдәре — Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев, Ғаяз Исхаҡи[5][6].
Төркиәгә күсеү
үҙгәртергәЯпонияла йәшәүсе сит ил кешеләренә был илдең гражданлығын алыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, бында йәшәүсе башҡорттар һәм татарҙар Ғаяз Исхаҡи ярҙамы менән 1930 йылдар аҙаҡтарында Төркиә Республикаһы гражданлығына ҡабул итеүҙе һорап ғариза яҙа башлайҙар. Мөрәжәғәттәрҙе ҡарау эше 1953 йылда тулыһынса тамамлана. Токиолағы Төркиә илселегендә улар Төркиә Республикаһы гражданының тыуыу тураһындағы таныҡлығын һәм паспортын алалар.
Һуңғараҡ был ойошма япон төрөктәренең берҙәм төрки ойошмаһына әүерелә, ул бөгөнгө көндә ул күпселек төрөктәрҙе — машиналар төҙөү предприятиелары эшселәрен, Урта Азиянан сыҡҡан төрки халыҡ вәкилдәрен, башҡорт һәм татар милләте вариҫтарын берләштерә.
Японияла төрки мәҙәниәткә, айырып әйткәндә, башҡорт һәм татар мәҙәниәтенә билдәле бер ҡыҙыҡһыныу йәшәп килә[7].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Адутов Р. М. Татаро-башкирская эмиграция в Японии. Набережные Челны. 2001. 154c.
- Адутов Р. М. Ст. Тюрко-татарская эмиграция на Востоке. Сборник по материалам конференции «Глобализация и национальная самобытность». Казань. 2003.
- Адутов Р. М. Ст. Тюрко-татарская эмиграция на Дальнем Востоке. Вестник НГПИ. Сборник научных трудов. Выпуск 3. гор. Наб. Челны. 2004.
- Адутов Р. М. Япониядәге кардәшләребез. Ж. Майдан. Набережные Челны. Август, 2001.
- Гайнетдинов Р. Б. Тюрко-татарская политическая эмиграция: начало 20века — 30-е годы. Набережные Челны. 1997.
- Гайнетдинов Р. Б. Информация Квантунского жандармского управления о современном состоянии тюрко-татарского национального движения на Дальнем Востоке.23.03.1935. Ж. Эхо веков. № 1-2. Казань. 1999.
- Dyundar M. Uzak doguda Idil-Ural tyurklernin yayain faaliyetleri ve Tokyo Mahalle-Islamiye Мatbaasi. Ankara. 2003. 116.
- Курбангали М. А. Обращение к министру Иностранных дел Японии. Обращение к министру народного просвещения Японии. Мукден. 12 сентября 1922 г.
- Таган Г. Башкиры в Забайкалье. Ж. Ватандаш. № 7-8. Уфа. 1997.
- Письма татарских и башкирских эмигрантов. 1973—2003 гг.
- Р.Салихов. Исторические мечети Казани.- Казань: Татар. Кн. Изд-во, 2005.- 191с.
- М. А. Курбангали. Фонетическая татарская и башкирская азбука. Токио. 1936.
- Prof.Dr. S. Samarrai. History and Development of Dava Islamia in Japan. Islamic Center Japan, Tokio, 12/2002.
- Uzunoglu Ahmet. Tokio Camii. Ankara. 2003. −78c.
- Hee — Soo Lee. Osmanli Japon munasebetleri ve Japonyada Islamiyet. Turkiye Dianet vakfi yainlari. Ankara. 1989.151 bit. (В переводе И. Х. Закирова).
- Надир Дәүлөт. Ерак көнчыгыштагы татар — башкортларга ни булды. Издательство Казанского университета. Казань. 2005. 99с.
- Гали Аккыш. Милләткә багышланган гомер. Татарстан Фәннар Академиясе. Казан.2005. 115с.
- Рокыя Дәүләткилде. Бер татар хатынының ачы язмышы. Издательство Казанского университета. Казань. 2005. 109 с.
- Усманова Л. Р. Ст. Махалля «Исламия» в гор. Нагоя (Япония). Вестник НГПИ. Сборник научных трудов. Выпуск 5. гор. Наб. Челны. 2006
- Усманова Л. Р. Тюрко-татарская эмиграция в Юго-Восточной Азии в начале 20в. Ж. Эхо веков. № 1. Казань.2005.
- Юлдашбаев Б. Х. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.). Введение. Т.2, ч.1. Уфа. Китап. 2002.- 680С.: а) стр.55. док. № 17; б) стр.59. док.№ 19.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. Уфа. 1999.-352с.
- Второй Всемирный курултай башкир. Документальные материалы. Стенографический отчет. — Уфа: Китап, 2002.-840 с. Выступление профессора Юнусовой А. Б. стр. 687.
- Юнусова А. Б. Ст. Японская военная разведка и мусульманская эмиграция на Дальнем Востоке накануне и в годы второй мировой войны. Археография Южного Урала. Документальная история подвигов народов России в Великой Отечественной войне. ЦЭИ УНЦ РАН. Уфа. 2005.
- Akira Matsunaga. Ayaz Ishaki ve uzak shergdeki tatar turkleri. Baki.2002.104 bit.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Төрөктәрҙе рәсми сайтында 1900 йылдар башында беренсе булып Японияға Ҡаҙан төркиҙәре (Төркиәлә бындай исем менән башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы атап йөрөтәләр) күсеп барған, тигән мәғлүмәт ҡуйылған
- ↑ 2,0 2,1 Документальный фильм турецкого ТВ о татарских тюрках (под которыми в Турции принято подразумевать татар и башкир)
- ↑ «Иҙел-Урал» мәҙәни ассоцияцияһы вәкиле 1930 йылдарҙа Япониялағы татарҙар һаны 10000 кешенән дә артып киткән, тип иҫәпләй
- ↑ Адутов Рафаэль. Татары и башкиры в стране самураев. | Этноциклопедия
- ↑ д. Медиак была центром духовной, религиозной, общественной и политической жизни всего век назад / Новости Аргаяшского района — АНО «АРГАЯШ-МЕДИА» 2017 йыл 21 август архивланған.
- ↑ Статьи на исторические темы
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/533979-yaponskiy-student-mechtaet-prepodavat-bashkirskiy-yazyk/