Янғантау (тау)

Башҡортостан Республикаһының Салауат районында урынлашҡан тау. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Янғантау (тау) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районында урынлашҡан тау. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Янғантау
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 504 метр
Карта
 Янғантау Викимилектә

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Янғантау (тау) Йүрүҙән йылғаһының уң яры буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан 2,5 км-ға һуҙылған. Абсолют бейеклеге 143 метр тәшкил итә.

Йүрүҙән йылғаһы кимәленән бейеклеге — 160 м. (Ә диңгеҙ кимәленән 504 м)[1].

Тау пермь системаһының аҫҡы бүлегенә ҡараған артин һәм һаҡмар тоҡомдары йыйырсаларынан тора.

Структур яҡтан Башҡорт көмбәҙенең тәрән ярыҡ менән сикләнгән көньяҡ ситендә урынлашҡан. Был ярыҡ буйлап Йүрүҙән йылғаһының үҙәне үтә.

Тау битләүенән һыу парҙары менән туйынған эҫе һауа сығып ята. Һауа температураһы +37-тан +150 градус араһында була. Ә 90 метрға еткән тәрән скважиналарҙа температура 380 градусҡа етә.

Тау төпкөлөндә битуминоз мергель тоҡомдарының окисланыу һәм ҡайтарылыу реакциялары бара. Бындай ҡыҙыу усаҡтар 60-90 м тәрәнлектә ята. Усаҡтарҙы уратып алған тау тоҡомдары йылыны туплау һәм һаҡлау һәләтлегенә эйә.[2]

 

Хәҙер Янғантау тип аталған шифалы тауҙы боронғо башҡорттар Ҡарағоштау тип атаған булғандар.

Тауҙа ғилми тикшеренеүҙәр XVIII быуаттан алып үткәрелә. (П. С. Паллас, 1773; Ф. Н. Чернышев, 1881; Я. А. Гордягин, 1882, 1885; Е. М. Янишевский, 1902; А. Биккель, 1932; Г. В. Вахрушев, 1927, 1957 һ. б.)

Термаль күренештәрҙең тәбиғәте тураһында бик күп фараздар әйтелә. Йәшен атҡандан ер аҫты янғыны сыҡҡандан тигәндән алып, тимер закисы тоҙға күсеүенән һәм битуминоз тоҡомдарҙың яныуынан йылылыҡ сыға, тип һанай ҡайһы берәүҙәр.

Икенселәре радиоактив процестар йәки ышҡылыу һөҙөмтәһендә йылылыҡ бүленеп сығыуы мөмкин, тигән фекер әйтә. 20-се быуаттың 60 йылдарынан тәбиғи радиактив һәм термаль процестың катализаторы булып метеорит тора, тигән фараздар ҙа әйтелә (С.Г.Фаттахутдинов, 1993).

Янғантау, шулай уҡ, бальнеологик курорт төҙөү өсөн нигеҙ булған көкөрт, цинк һәм радон сығанағы ла булып тора.

Тау битләүҙәрендә ҡайын, уҫаҡ һәм имән үҫә. Улар петрофит дала һәм болон яландары менән сиратлашып килә.

Һаҡланып ҡалған ҡарағайҙар ҡасандыр бында беренсел ылыҫлы урмандар булыуы тураһында һөйләй.

Тауҙа һәм уның ян-яҡтарында дала сейәнән, тәпәш миндалдән, караганан, гөлйемештән, зелпенән (бересклет бородавчатый), бүтәгәнән (типчак), кейәү үләненән торған.ҡыуаҡлы туғай-дала комплекстары урын алған.

1980 йылдан Янғантау тауы нигеҙендә заказник һәм 3600 гектар майҙаны булған урмансылыҡ төҙөлә.

Янғантау (тау) — 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы.

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Янгантау // Ватандаш. — 2000. — № 7. — С. 35.

Шулай уҡ

үҙгәртергә
  • Янардаг (тауы) — Әзербайжандағы янар тау, ер аҫты тәбиғи газының факелы менән.
  • Химера (тауы) — Төркиәләге янар тау, ер аҫты тәбиғи газының факелы менән.
  • Янар тауҙар — Рәсәйҙең Амур өлкәһендәге таш күмерҙәре төтәп ятҡан тауҙар.
  • Янар тау — Австралияла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә