Янина Дягутите (Яни́на Дегути́те, лит. Janina Degutytė; 6 июль 1928 йыл8 февраль 1990 йыл) — Литва балалар шағиры, тәржемәсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Янина Дягутите
лит. Janina Degutytė
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Литва
 СССР
Тыуған көнө 6 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Каунас[d], Литва
Вафат булған көнө 8 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (61 йәш)
Вафат булған урыны Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Ерләнгән урыны Антакальнис зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Литва теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Вильнюс университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Яни́на Дягути́те 1928 йылдың 6 июлендә Каунастың Жямейи Шанчяй районында тыуған. Ата-әсәһе менән бергә бер нисә йыл Кедайняй һәм Тельшяйҙа йәшәй. Бала саҡтан һаулығы шәптән булмай.

1948 йылда Каунастың 7-се гимназияһын, 1955 йылда Вильнюс университетының тарих-филология факультетын тамамлай, бында литва телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә.

Таурагела балалар китапханаһында китапханасы булып эшләй. Киске мәктәптә урыҫ телен уҡыта. Неменчинела уҡытыусы булып эшләй. Сәләмәтлеге насарая башлағас, шифаханалы балалар йортона эшкә урынлаша.

1958 йылда Вильнюста төпләнә, бында 1958—1961 йылдарҙа Художестволы әҙәбиәт дәүләт нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Мәскәүҙә, Ялтала дауалана.

1958 йылдан Литва Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1961 йылдан әҙәби ижад иҫәбенә көн итә[2].

Вильнюстың Антакальнис районында йәшәй. 1990 йылдың 8 февралендә вафат була. Антакальнис зыяратында ерләнә.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ун йәштән шиғыр яҙа башлай. Үҙенең шиғырҙарын тәүге тапҡыр 1957 йылда баҫтырған. Беренсе китабы сыҡҡанға тиклем үк 1958 йылда Литва Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән. 1959 йылда „Ugnies lašai“ («Ут тамсылары»; 1959) тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителгән[3]. Литваның лирик пейзаждары циклын ижад иткән. Эдуардас Межелайтисом һәм Алфонсас Малдонис менән бергә литва шғириәтендә пейзаж миниатюраһын тергеҙгән[4]

„Pilnatis“ («Һилал»; 1967) тигән шиғырҙар йыйынтығы өсөн 1968 йылда Республика премияһына лайыҡ булған. 1974 йылда „Saulėtos dainelės“ (1972) тигән балалар шиғырҙары йыйынтығы өсөн Литва комсомолы премияһын алған.

Агния Барто, Валерий Брюсов, Эмиль Вехарндың шиғырҙарын литва теленә тәржемә иткән. Янина Дягутитеның шиғырҙары тәржемәлә инглиз, белорус, болгар, латыш, молдаван, поляк, урыҫ, украин, эстон һәм башҡа телдәрҙә баҫтырылған[5].

Баҫмалары

үҙгәртергә

Шиғыр йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • Ugnies lašai: eilėraščiai. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1959. 142 p.
  • Dienos – dovanos: eilėraščiai. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1960. 190 p.
  • Saulė ir dainelė: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1961. 22 p.
  • Rugelis dainuoja: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1963. 24 p. (икенсе баҫмаһы: Vilnius: Vaga, 1967)
  • Ant žemės delno: eilėraščiai. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1963. 98 p.
  • Sniego lelija: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Vaga, 1964. 24 p.
  • Mano diena: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Vaga, 1965. 20 p.
  • Žalia ugnelė: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Vaga, 1966. 44 p.
  • Šiaurės vasaros: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1966. 107 p.
  • Pilnatis: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1967. 119 p.
  • Mėlynos deltos: rinktinė. Vilnius: Vaga, 1968. 243 p.
  • Pelėdžiuko sapnas: pasakos. Vilnius: Vaga, 1969. 63 p.
  • Debesų pilis: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Vaga, 1970. 24 p.
  • Šviečia sniegas: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1970. 71 p.
  • Saulėtos dainelės: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Vaga, 1972. 71 p. (икенсе баҫмаһы: Vilnius: Vaga, 1979)
  • Prieblandų sodai: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1974.
  • Kregždės lopšinė: jaunesniam mokykliniam amžiui. - Vilnius, 1976.
  • Tylos valandos: lyrikos rinktinė. Vilnius: Vaga, 1978. 35 p.
  • Tarp saulės ir netekties: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1980. 95 p.
  • Piemenaitė karalaitė: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1982.
  • Juokias duonelė. Vilnius: Vaga, 1982.
  • Klevų viršūnės: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1983. 267 p.
  • Baltas gulbių sostas. Vilnius: Vaga, 1984. 95 p.
  • Purpuru atsivėrusi: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1984. 71 p.
  • Neužpūsk pienės pūko: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1985. 106 p.
  • Nepalik manęs: pasakojimai apie gyvulėlius. Vilnius: Vyturys, 1986. 56 p.
  • Naujieji metai: žaislinė knygelė. Vilnius: Vyturys, 1986.
  • Šaltinėlis. Vilnius: Vyturys, 1988
  • Rinktiniai raštai. T. 1. Vilnius: Vaga, 1988
  • Rinktiniai raštai. T. 2. Vilnius: Vaga, 1988
  • Miško šokis. Vilnius: Vaga, 1988
  • Artumas: eilėraščiai. Kaunas: Spindulys, 1995
  • Poezija. Poems. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 2003
  • Į saulėtekį ir dainą. Vilnius: Gimtasis žodis, 2003

Тәржемәләр

үҙгәртергә
  • A. L. Barto. Po mūsų sparnu. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1961.
  • V. Briusovas. Poezija. Vilnius, 1961.
  • E. Verharnas. Poezija. Vilnius, 1961.

Урыҫ телендә китаптары

үҙгәртергә
  • Капли огня. Стихи. Перевод С. Мар. — Москва: Советский писатель, 1960. — 96 с.
  • Рожь поет: стихи. Пер. с литов. А. Санина. — Москва: Детская литература, 1968.
  • Голубые дельты. Стихи. Пер. с литов. Н. Матвеевой и И. Кииру. — Москва: Советский писатель, 1971. — 152 c.

2005 йылда Шанчяйҙа (Каунас) Янина Дягутите йәшәгән йортта уға мемориаль таҡтаташ асыла (архитекторы Альгимантас Шлапикас).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Dagytė, Emilija; Straukaitė, Danutė. Degutytė Janina // Tarybų Lietuvos rašytojai. Biografinis žodynas. — Vilnius: Vaga, 1975. — С. 41—42. — 190 с. — 30 000 экз.
  • В. Галинис, В. Кубилюс, Й. Ланкутис, Р. Пакальнишкис. Janina Degutytė // История литовской литературы / Й. Ланкутис, ред.. — Вильнюс: Vaga, 1977. — С. 725—820. — 959 с. — 5000 экз.
  • Janina Degutytė // Lietuvių rašytojai. Biobliografinis žodynas. — Vilnius: Vaga, 1979. — Т. A—J. — С. 431—437. — 774 с. — 30 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә