Яненко Элана Константиновна

Яненко Элана Константиновна (17 ноябрь 1932 йыл, Краснодар — 10 апрель 2019 йыл, Мәскәү[1]) — СССР һәм Рәсәй урологы, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары (1996—2006), Н.А. Лопаткин исемендәге Урология һәм интервенцион радиология ғилми-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1980), профессор (1990), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1994) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Яненко Элана Константиновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 17 ноябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Краснодар, Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (86 йәш)
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө уролог
Эшмәкәрлек төрө урология[d]
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Тальман, Израиль Моисеевич[d], Пытель, Антон Яковлевич[d] һәм Лопаткин, Николай Алексеевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре медаль «В память 850-летия Москвы» «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
 Яненко Элана Константиновна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Элана Константиновна Яненко 1932 йылдың 17 ноябрендә Краснодар ҡалаһында тыуған[2]. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Абхазияла үтә[3]. Сухум ҡалаһы урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай[3], Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә [2].

Институтты тамамлағас, ире менән бергә Ленинградҡа күсенә, унда И.И. Мечников исемендәге дауахана базаһында урынлашҡан Санитар-гигиена медицина институтында эшләй башлай[3]. Профессор И.М. Тальмандың ассистенты була[3].

1958 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү медицина институтының урология кафедраһында эшләй башлай, башта ассистент сифатында, һуңынан доцент вазифаһында була[2]. Профессор А.Я. Пытель етәкселеге аҫтында клиник ординатурала һәм аспирантурла уҡый[2]. Ватаныбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өсөн мөһим булған һәм шул ваҡытта өйрәнелмәгән урология йүнәлеше — гемодиализ һәм бөйөр күсереп ултыртыуҙың башланғысында тора[2].

1967 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәгә дәғүә итеү өсөн диссретация яҡлай[4].

Профессор Н.А.Лопаткин етәкселегендә терминаль бөйөр сирле ауырыуҙар өсөн СССР-ҙа беренсе Гемодиализ үҙәген ойоштороуҙа ҡатнаша, унда мәйет бөйөрөн күсереп ултыртыу буйынса операциялар башлана[5].

1979 йылдан алып Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының урология ғилми-тикшеренеү институтында тәүҙә һейҙек ташы ауырыуҙары бүлеге, ә 1996—2006 йылдарҙа — ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары була[6]. 2006 йылдан алып урология ғилми-тикшеренеү институтының дипломдан һуң белем биреү бүлеге мөдире[5], һуңғы көндәренә тиклем ошо институттың баш ғилми хеҙмәткәре булып тора.[1][2].

1980 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай[7][2]. 1990 йылда уға профессор исеме бирелә[2].

500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән «Урология» дәреслеге авторҙарының береһе [8], 1984 йылда уның өсөн медицина һәм медицина-биология проблемалары өлкәһендә СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була[2][9] шулай уҡ урология һәм милли ҡулланма буйынса өс томлыҡ хеҙмәт авторы[5]. Фәнни мәктәп ойоштороп, уҡыусылар һәм эйәрсендәрен тәрбиәләй.[5]. Уның етәкселегендә 13 докторлыҡ һәм 15 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[3].

Э.К. Яненко оҙаҡ йылдар Мәскәү Һаулыҡ һаҡлау департаментының баш урологы була[2].

2019 йылдың 10 апрелендә вафат була. Востряково зыяратында ерләнә[1].

Һайланма фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
 
Элана Константиновна Яненко 2001 йылда
  • Константинова О. В. Чудновская М. В. Яненко Э. К. и др. Применение окиси магния и витамина Be для метафилактики оксалатного уролитиаза // Урология и нефрология. 1987. № 6. С. 12—15.
  • Коралловидный нефрометиаз (клиника, диагностика, лечение): Методические рекомендации / М-во здравоохранения РСФСР; [Сост. Э. К. Яненко]. М., 1990.
  • Лопаткин Н. А., Яненко Э. К., Симонов В. Я., и др. Профилактика и лечение осложнений дистанционной литотрипсии // Урология и нефрология. 1991. № 3. С. 3-7.
  • Яненко Э. К., Кульга Л. Г., Борисик В. И., Сафаров P. M. Лечение мочекаменной болезни при аномалиях почек: Методические рекомендации. М., 1993.
  • Яненко Э. К., Борисик В. И., Сафаров P.M., Кульга Л. Г. Профилактика и лечение осложнений ДЛТ при коралловом нефролитиазе // Пленум Всероссийского общества урологов. Пермь, 1994. С. 255—257.
  • Лопаткин Н. А., Яненко Э. К. Мочекаменная болезнь // Русский медицинский журнал. 2000. Том 8 № 3. С. 117—120.
  • Лопаткин Н. А., Яненко Э. К., Дзеранов Н. К., Мартов А. Г. Показания к дистанционной литотрипсии и перкутанной нефролитолапаксии при коралловидном камне единственной почки // Материалы Пленума правления РОУ. Тезисы докладов. Сочи, 2003. С. 196—197.
  • Яненко Э. К., Румянцев В. Б., Сафаров P. M., Ступак Н. В. Окклюзия мочевыводящих путей основная причина развития ряда осложнений мочекаменной болезни. // Урология. 2003. № 1. С. 17-21.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984)[5],Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1994),Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001),«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1986)[10],«Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)[10],«Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)[10],Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2014)[11].

Ағзалығы:

  • Рәсәй урологтары йәмғиәтенең почетлы ағзаһы һәм Президиум ағзаһы[5],
  • Европа урологтар йәмғиәте ағзаһы[5],
  • Рәсәй Медицина фәндәре академияһының һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының урология һәм оператив нефрология буйынса ведомство-ара ғилми советы рәйесе урынбаҫары,
  • Урология ғилми-тикшеренеү институтының диссертациялар яҡлау буйынса махсуслаштырылған Ғалимдар советы ағзаһы[5],
  • «Экспериментальная и клиническая урология» һәм «Урология» журналдарының редколлегия ағзаһы[5].

Өҫтәмә мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Видеозапись выступления Яненко Э. К. У истоков ангиографии в урологии // Инновационный Workshop в НИИ Урологии «Рентгеноэндоваскулярные методы диагностики и лечения в урологии» 20-24 октября 2014 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Прощание с Яненко Эланой Константиновной состоится 12 апреля в 9:30 // Урологический информационный портал. 2019. 11 апреля. 2019 йыл 10 апрель архивланған.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Яненко Элана Константиновна // Урология. 2013. № 1. С. 116—117.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Элана Константиновна Яненко: «Желаю российскому урологу стать Нобелевским лауреатом, обнаружив причину возникновения нефролитиаза» // Московский уролог. 2017. № 4. С. 19.
  4. Яненко Э. К. Третья фракция свертывания крови при злокачественных новообразованиях почек, мочевого пузыря и предстательной железы. Автореферат дисcертации на соискание ученой степени кандидата медицинских наук / 2-й Моск. мед. ин-т им. Н. И. Пирогова. — Москва: [б. и.], 1967.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 К юбилею Эланы Константиновны Яненко // Экспериментальная и клиническая урология. 2012. № 4. С. 99.
  6. Яненко Э. К. НИИ Урологии МЗ РФ — традиции и новаторство // Больница. 2001. № 10-11. С. 4—5.
  7. Яненко Э. К. Коралловидный нефролитиаз: Автореф. дисс. на соиск. уч. степени д-ра мед. наук. М., 1980, 22 с.
  8. Урология / [В. Г. Горюнов, А. Ф. Даренков, А. П. Ерохин и др.]; Под ред. Н. А. Лопаткина. 2-е изд., перераб. и доп. М.: Медицина, 1982.
  9. Большая медицинская энциклопедия. Дополнительные материалы. Т. 29
  10. 10,0 10,1 10,2 Яненко Элана Константиновна на uroline.ru(недоступная ссылка)
  11. Итоговая Коллегия Министерства здравоохранения России 2021 йыл 15 ноябрь архивланған.