Ямурза[2] (Йәнмырҙа; татар. Яморза, рус. Ямурзино) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.

Ямурза
татар. Яморза
Рәсми атамаһы Яморза
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салаушское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 207 кеше (2010)
Почта индексы 422215
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Әзей йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1708 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда тирмән, мәктәп теркәлгән[3].

1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составына керә[3].

1834 йылда ауылда 32 башҡорт; 1859 йылда — 74 башҡорт; 1897 йылда — 234 башҡорт һәм 118 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[4][5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
185918871905192019261938194919581970198920022010
74188223407443305506395326254248207

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 49. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 144, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.