Ябалаҡлы ҡурғандары

Викидатала элемент тултырылмаған

Ябалаҡлы ҡурғандары — Иҫке Ябалаҡлы ауылы эргәһендәге (Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы территорияһында) ҡурғандар, бронза быуатына ҡараған археологик ҡомартҡы[1] 2020 йыл 31 октябрь архивланған..

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ябалаҡлы ҡурғандары Башҡортостандың Шишмә районы Ябалаҡлы ауылынан көньяҡҡа ҡарай 1,5 километр алыҫлыҡта Дим йылғаһының һул ярындағы һыу баҫмай торған бейек морононда урынлашҡан. Уны 1973 йылда археологтар В. С. Горбунов, М. Ф. Обыдённов аса, 1974—79 йылдарҙа  Ю. А. Морозов өйрәнә.

Ябалаҡлы ҡурғандары тупраҡ өйөп эшләнгән ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә, уларҙың диаметры 5—20 метр, бейеклеге 0,2—1,3 метр. Ҡайһы берҙәре таш, ағас кәртә йәки түңәрәк соҡор менән уратып алынған[2] 2020 йыл 31 октябрь архивланған.. Ябалаҡлыла табылған ҡурғандарҙың һаны 120‑гә яҡын, уларҙың 106‑һы өйрәнелгән.

26 ҡурған (156 ҡәбер) беҙҙең эраға тиклем 17—16 быуаттарға ҡарай. Мәйеттәр ағас йәки таш менән көпләнгән тура мөйөшлө һай ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары менән көнбайышҡа йә төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып, аяҡтары бөгөлгән килеш ерләнгән. Ҡәберҙәр өҫтөнә урынлаштырылған икенсел ҡәберҙәр ҙә осрай.

Ҡәберҙәргә Абаш мәҙәниәте һауыттарынан көршәк йәки табаҡ рәүешендә ҡабырсаҡ ҡушып балсыҡтан эшләнгән, каннелюралар, шыма һәм тешле штамп баҫып төшөрөлгән өсмөйөштәр менән биҙәлгән һауыттар, бронза бысаҡтар, ураҡтар, беҙҙәр, балыҡ ҡармағы ише эш ҡоралдары, шулай уҡ бронза беләҙек, айыл, сулпы, балдаҡ кеүек биҙәүестәр һалынған.

80 ҡурған (165 ҡәбер) беҙҙең эраға тиклем 15—13 быуаттарға ҡарай. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына һул ҡабырғаһына бөгөп һалып, ҡулдары менән биттәрен ҡаплатып ерләнгән, баштары менән төньяҡҡа йә төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратылған. Ике йә бер нисә мәйет бергә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Был ҡәберҙәргә Бура мәҙәниәте һауыттары һалынған. Араларында көршәк һәм банка рәүешендәге һауыттар бар, улар ҡом һәм шамот ҡушып балсыҡтан эшләнгән, штрихлы өсмөйөштәр, тешле штамп ярҙамында баҫылған горизонталь һыҙыҡтар, һырҙар, төртөктәр менән биҙәлгән. Ҡәберҙәрҙә йәнә биҙәүестәр — бронза беләҙектәр, сәс биҙәүесе, алтындан сикә сулпылары, һөйәктән һәм яндырылған балсыҡтан эшләнгән муйынсаҡтар табылған. Боронғо кешеләр мәйеттәр эргәһенә таш суҡмар, һөйәктән яһалған тотҡостар һәм уйын таштары һалып ҡалдырған[3] 2020 йыл 31 октябрь архивланған..

Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙәге табылдыҡтар халыҡтың мөлкәт һәм социаль яҡтан айырымланыуын раҫлай.

Ҡаҙылдыҡ ҡомартҡылар Өфө ҡалаһында Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә