Юғары Ҡарач[2] (татар. Югары Карач, рус. Верхнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Юғары Ҡарач
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татарско-Суксинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423733
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 27 башҡорт һәм 48 мари, 1816 йылда — 49 башҡорт һәм 95 типтәр (сирмештәрҙән), 1870 йылда — 70 башҡорт, 1902 йылда — 104 башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][4])
1795185918701897191319201926193819491958197019792000
75637012715414575102655660396

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 349—351. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.