Юғары Яхшый
Юғары Яхшый — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Юғары Яхшый ауыл биләмәһе административ үҙәге.
Ауыл | |
Юғары Яхшый татар. Югары Яхшый | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
186 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423765 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
География
үҙгәртергәСикия йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәЮғары Яхшый — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1905 йылда мәсет (1854 йылдан билдәле, ә 1867 йылдан уның ҡарамағында мәктәп эшләй), икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 89 башҡорт, 15 типтәр; 1816 йылда — 101 башҡорт; 1859 йылда — 148 башҡорт; 1912 йылда — 476 башҡорт, 69 типтәр йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
304 | 341 | 509 | 759 | 545 | 528 | 473 | 465 | 527 | 322 | 361 | 280 | 203 | 186 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].