Йосопов Марсель Харис улы

(Юсупов, Марсель Харисович битенән йүнәлтелде)

Йосопов Марсель Харис улы (3 ноябрь 1969 йыл) — Башҡортостан һәм Рәсәй сәйәсмәне һәм эшҡыуары, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 5-се (2007-2011) һәм 6-сы (2011-2016) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 2011—2012 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2009).

Йосопов Марсель Харис улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 ноябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Атаһы Харис Монасип улы Йосопов
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
 Йосопов Марсель Харис улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Марсель Харис улы Йосопов 1969 йылда Силәбе ҡалаһында, дзюдо буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры Х. М. Йосопов ғаиләһендә тыуған.

1988 йылда армияға саҡырыла.

1992 йылда Силәбе дәүләт техник университетының инженер-төҙөлөш факультетын тамамлай.

1995 йылдан «Южноуралводпроект» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә III категориялы инженер булып эшләй.

2000 йылда Силәбе сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы «Ленпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең коммерция директоры итеп тәғәйенләнә.

2004 йылда Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлай.

2004 йылдан алып «Памир» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.

20062007 йылдарҙа — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры һәм Директорҙар советы Рәйесе, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы Рәйесе.

2007 йылдың сентябрендә — Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзаһы, Мәләүездәге «М. Ғафури исемендәге Башҡорт ҡошсолоҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. VI саҡырылыш Дәүләт Думаһында — төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы, Дәүләт Думаһының Парламент үҙәген урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән биналар һәм ҡоролмалар төҙөү буйынса комиссия ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.

20062011 йылдарҙаСиләбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайыбашҡарма комитеты рәйесе

20112012 йылдарҙа — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе.

2011 йылдың июль-август айҙарында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы үткәргән праймеризда 6 урын ала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

2009 йылдың 16 декабрендә Волга буйы һәм Урал федераль округтарының төҙөлөш тармағы үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн, шулай уҡ иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, 436-кн Указы менән «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» маҡтаулы исеме бирелә.

2013 йылдың 19 февралендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен һәм Рәсәй Федерацияһы парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Өйләнгән. Ике ҡыҙы һәм улы бар.

Гер спорты буйынса спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә