Юрғамыш (Ҡурған өлкәһе)

ЮрғамышРәсәй Федерацияһының Ҡурған өлкәһендә ҡала тибындағы ҡасаба, Юрғамыш районының административ үҙәге, Юрғамыш ҡасаба Советының ҡала биләмәһе үҙәге. Шул уҡ исемдәге йылғанан төньяҡҡа ҡарай бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Юрғамыш
Герб
Нигеҙләү датаһы 1891
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ үҙәге Юрғамыш районы[1] һәм Юргамышский поссовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Юргамышский поссовет[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 123 кеше (1901),
259 кеше (1916),
963 кеше (1926),
3815 кеше (1939),
6696 кеше (1959)[3],
7967 кеше (1970)[4],
8574 кеше (1979)[5],
9078 кеше (1989)[6],
8070 кеше (2002)[7],
7561 кеше (2009)[8],
7616 кеше (2010)[9],
7634 кеше (2011)[10],
7610 кеше (2012)[11],
7571 кеше (2013)[12],
7548 кеше (2014)[13],
7541 кеше (2015)[14],
7522 кеше (2016)[15],
7556 кеше (2017)[16],
7650 кеше (2018)[17],
7696 кеше (2019)[18],
7617 кеше (2020)[19],
6465 кеше (2021)[20]
Почта индексы 641200
Урындағы телефон коды 35248
Карта

СиләбеҠурған линияһында тимер юл станцияһы Ҡурғандан көнбайышҡа табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ — 7541[21] кеше (2020).

«Юрғамыш» атамаһы сыбыр теленнән «йорғамыш (репейник)»

Революция осоро

1891 йылдарҙа батша раҫлаған план буйынса транссебер тимер юлының төҙөлөшө башлана. Тимер юл полотноһына юлдың бөтә тиерлек дауамында тупраҡ һибә башлайҙар. Бының өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан эш ҡоралдары һәм үҙ аттары һәм арбалары менән крәҫтиәндәрҙе йәлеп итәләр. Юл бер һыҙыҡлы төҙөлә — шуға тимер юл полотноһы тар була. Тимер юлы планында тимер юл составтары өсөн разъездар, тимер юл станциялары һәм паровоздарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн бассейн менән һыу ҡыуҙырғыс башнялар төҙөү раҫлана. 1891 йылда Юрғамыш тимер юлы станцияһы өсөн полотно төҙөлә башлай. Юрғамыш станцияһы аша беренсе поезд 1894 йылда үтһә лә, станцияның нигеҙләнеү датаһы тип 1891 йыл тип иҫәпләнә.

1898 йылда Юрғамыш халҡы 8 ғаиләнән тора (Уфимцев, Владимирцев, Колупаев, Варлаков, Титов, Гасников, Ульянин, һәм Макеевтар). Унда улар хәҙер Вокзал урамының көнсығыш аҙағы булған урында йәшәгән. Мунса һәм нефть базаһы араһындағы ҙур булмаған һаҙлыҡ Сафронов тип аталған, һәм бөтә яҡтан ул ҡуйы әрәмәлек менән уратып алынған була. Ул Сафронов һаҙлығы тип аталған, сөнки уның янындағы баҫыу яңы нигеҙләнгән Юрғамышҡа Малое Белоенан күсеп килгән Колупаев Сафрон Иванович биләмәһе булған. Әлеге Юрғамыштың территорияһын Пушкин урамынан төньяҡтараҡ, тотош ҡайынлыҡ биләгән. Элекке район башҡарма комитетының һәм балалар баҡсаһының бинаһы булған ҡасабаның өлөшө Ф.Е.Гасниковҡа ҡараған һөрөнтө ерҙәр булған. Сталин урамынан (хәҙер Тыныслыҡ урамы) көнсығышҡа ҡарай ағас комбинаты йүнәлешендә дәүләт ҡайын урманы участкаһы һуҙылған була («Киҫелгән урман»). 1900 йылға тиклем ҡасаба шундай ҡиәфәттә була.

1900 йылда Юрғамыш станцияһында 18 ихата була, унда 123 кеше йәшәй. Кипельский мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, крайҙы өйрәнеүсе Владимир Иванович Дюсюбаев 1916 йыл өсөн Кислян улусының мәғлүмәттәрен яҙып ала, ул «Список населённых мест Челябинского уезда Оренбургской губернии» (Силәбе, 1916) китабында баҫылып сыға. Юрғамыш ҡасабаһы 1916 йылда Кислян улусы составында була, унда бер класлы министр училищеһы, табип медицина пункты, ветеринар-табип пункты, ер станцияһы, почта-телеграф бүлексәһе, 10 кибет була, шаршамбы һайын баҙар, йәрминкәләр үтә. Пар он тартыу тирмәне, 52 ихата, 135 ир-ат, 124 ҡатын-ҡыҙ заты, бөтәһе 259 кеше иҫәпләнә. Ә бына Кислян улусында бөтәһе 11142 кеше йәшәгән. Юрғамыш тимер юл станцияһы янында, башлыса төньяҡ яҡта,ҡасаба үҫешә, уны шулай уҡ Юрғамыш станцияһы кеүек атайҙар.

Совет осоронда

Совет власының тәүге йылдарында Юрғамыш станцияһы айырым әһәмиәткә эйә була. Юрғамыш станцияһы келәттәренә райондан иген ташыйҙар, уларҙы вагонға тейәйҙәр һәм Петроградҡа оҙаталар. 1918 йылдың 4 июнендә станцияла баш күтәреүсе чехтар барлыҡҡа килә. Элекке матрос Карпов Василий Семеновичты атып үлтерәләр. Район «Рассвет» гәзитендә Карпов исеме йыш осрай. Юрғамышта Карпов исемендәге урам бар, ул атып үлтерелгән урында һәйкәл ҡуйылған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Гәзиттәрҙә ул «Малобеловодский ауыл Советының беренсе рәйесе», «Балтик матросы», «Ҡышҡы штурмлауҙа ҡатнашыусы» тип атайҙар.

1919 йылдың Силәбе өйәҙенең Мало-Беловодский улусында Малобеловодский ауыл Советы ойошторола.

1924 йылда улустарға бүлеү бөтөрөлә. 1924 йылдың 27 февралендә Урал өлкә башҡарма комитеты Президиумы ҡарары нигеҙендә РСФСР Урал өлкәһенең Ҡурған округы составында Юрғамыш ҡасабаһында үҙәге менән Юрғамыш районы ойошторола. Ошо ваҡыттан алып Юрғамыштың артабанғы үҫеш этаптары һәм уның район тормошонда әһәмиәтен көсәйтеү башлана. 1920 йылға тиклем Юрғамыш станцияһы бик бәләкәй була. Уның биләмәһе бөгөнгө Вокзал урамы менән генә сикләнгән була. Юрғамыш районы 1924 йылда барлыҡҡа килә. Ҡасаба үҫешә башлай.

1925 йылдың 14 декабрендә Юрғамыш ауыл Советы ойошторола, ул Юрғамыш районының Малобеловодский ауыл Советынан бүленеп сыға. 1930 йылдар аҙағында уның территорияһы элеваторҙан алып нефть базаһына тиклем һәм тимер юлы линияһының көньяҡ яғындағы беренсе ҡоролмаларҙан алып Совет урамына тиклем һуҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡасабаның көнсығыш ситендә «Новостройка — 24» тип аталған хеҙмәт армияһы урынлаша, ә һуғыш аҙағында Щучье ауылынан икенсе часть — ОСМЧ — 22 (22-се айырым төҙөлөш-монтаж часы) күсеп ултыра. Юрғамыштың көнсығыш ситен хәҙер Төҙөлөш урамы тип атайҙар. Ә бына ОСЧМ үҙе тураһында бер ниндәй ҙә хәтирәләр ҡалдырмай: был часть бер йылдан һуң Каргапольеға күсерелә, эшселәр өсөн ҡабалан төҙөлгән контора һәм барактар тиҙ туҙа һәм яңы ҡаралтылар менән алмашына, ә территорияла башта «Май һығыу сәнәғәте» тресы, һуңынан ремонт-төҙөлөш идаралығы урынлаша. Артабан ҡасаба көнбайыш йүнәлешкә ҡарай тиҙ үҫешә һәм ахыр сиктә ҡасабанан яландар һәм ваҡ урмандар менән айырылған «Ҡыҙыл һабансы» колхозы менән ҡушыла. Хәҙер Ҡыҙыл Һабансы ҡасабаның урамы ғына түгел, ә Юрғамыштың бөтә көнбайыш сите булып тора.

1944 йылдың 12 февралендә Юрғамыш ҡасабаһы эшселәр ҡасабаһы категорияһына индерелә.

1950-се йылдар аҙағында Төҙөлөштөң төньяҡ-көнсығыш яғында холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһы ойошторола, һәм яҡындағы район яйлап — Колония тип атала башлай. Шул уҡ ваҡытта «һыҙыҡ артында» — тимер юлынан көньяҡҡа ҡарай урамдар барлыҡҡа килә һәм үҫешә. Көньяҡ-көнбайышта Транссебер магистрален электрлаштырыу ваҡытында төҙөлөш-монтаж поезының вагонсыҡтары була. Унда йәштәр күп була, һәм хәҙерге тел менән әйткәндә формаль булмаған бейеү майҙансығы барлыҡҡа килә. Район баҡсаһында урынлашҡан рәсми бейеү майҙансығынан ул ҡылыҡтарҙың иркенлеге менән айырыла һәм шаян һүҙ менән Франция тип атала. Һүҙ был яҡтың атамаһы булып һаҡланып ҡала. Ҡасаба төньяҡҡа табан ҙурая: һуғыштан һуңғы йылдарҙа Матросов урамы һәм уға параллель урамдар барлыҡҡа килә. Был яҡ үҙенсәлекле исемгә эйә булмай.

1963 йылдың 1 февралендә РСФСР Юғары Советы Президимуы Указы менән Юрғамыш районы бөтөрөлә, Юрғамыш ҡасабаһы Советы Ҡуртамыш районына тапшырыла.

1964 йылдың 3 мартында РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Мишкә ауыл районы барлыҡҡа килә, уның составына Юрғамыш ҡасаба Советы инә.

1965 йылдың 12 ғинуарында РСФСР Юғары Советы Президиумының Указы менән Мишкә ауылы районы Мишкә районы тип үҙгәртелә.

1965 йылдың 3 ноябрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Юрғамыш районы ойошторола, уның составына Юрғамыш ҡасаба Советы инә.

Рәсәй осоро

үҙгәртергә

90-сы йылдар көрсөгө, ҡасабала барлыҡ предприятиеларҙың тиерлек ҡотолғоһоҙ тарҡалыуы ҡасабаның деградацияһына килтерә. Халыҡтың күпләп китеүе, социаль өлкәлә көрсөк, торлаҡ йорттар төҙөлөшө күләменең кәмеүе һ.б. күҙәтелгән. Хәҙер Чехов, Рәсәй һәм башҡа йорт ҡаралтылары төҙөлә.

Халыҡ иҫәбе
1959[22]1970[23]1979[24]1989[25]2002[26]2009[27]2010[28]
6696796785749078807075617616
2011[29]2012[30]2013[31]2014[32]2015[21]
76347610757175487541

2010 йыл өсөн Юрғамыш ҡасабаһында үлеүселәр һанына ҡарағанда 17 кешегә кәмерәк бала тыуа, был һуңғы өс йылда район үҙәгендә халыҡтың тәбиғи артыуы тенденцияһын боҙа. Юрғамыштан китеүселәр һанына ҡарағанда килеүселәр һаны 78 кешегә күберәк.

Транспорты

үҙгәртергә

Юргамыш аша Көньяҡ Урал тимер юлы үтә, шул уҡ исемле станция бар. Ҡасабанан төньяҡтараҡ М51 федераль юл үтә. Юрғамыш станцияһында Рәсәйҙең көнсығышына һәм көнбайышына йүнәлеүсе бер нисә поезд туҡтай. Электропоезддар Ҡурғандан Шумихаға, Силәбегә һәм кирегә йөрөй. Маршрут автобустары Ҡурғанға һәм район буйлап һәр ауылға тиерлек йөрөй. Был М51 туҡталыш бар, унда ҡала-ара автобустар туҡтай. Шулай уҡҠуртамыштан Силәбегә Юрғамыш аша автобус йөрөй.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Совет осоронда

үҙгәртергә

Совет осоронда ҡасабала байтаҡ предприятиелар урынлаша: ағас комбинаты, Пермяковка заводы, кирбес, асфальт заводтары, аҙыҡ-түлек комбинаты, икмәк комбинаты хәҙер эшләмәй тиерлек, һөт заводы әле лә эшләй, бер нисә төҙөлөш-монтаж предприятиеһы, нефть базаһы, элеватор (хәҙер төп бинаһы ғына ҡулланыла). Ҡасабала ҡатын-ҡыҙҙарҙың 7-се холоҡ төҙәтеү колония (элекке тәрбиә колонияһы биләмәһендә) урынлаша. Байтаҡ социаль сфера объекттары төҙөлә: мәктәп, спорт комплексы 1980, балалар баҡсаһы, район мәҙәниәт йорто, кинотеатр (хәҙер мебель магазины), Үҙәк район дауаханаһы 1969. Күпләп торлаҡ төҙөлә, ҡасаба бөтә яҡтан үҫә. 70-се йылдар башында ҙур нефть һурҙырыу станцияһы төҙөлә һәм сафҡа инә.

Советтан һуңғы осоро

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта был ҡасабаның бөтә сәнәғәт потенциалы: ит комбинаты ООО «ВИТ», урман хужалығы, һөт заводы, ГУП «Юрғамыш типографияһы», икмәк комбинаты. Музыкаль һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре, дауахана, 2 китапхана, мәҙәниәт йорто бар. 2008 йылдың 16 декабрендә тимер юл вокзалы асыла. Кирбес заводын тергеҙеү һәм нефть эшкәртеү заводын төҙөү буйынса пландар бар, әммә бының өсөн эре инвесторҙарҙы йәлеп итеү талап ителә.

2005 йылдың 3 октябрендә ШумихаМишкә — Юрғамыш газ үткәргес төҙөлә башлай, ул Ҡурған өлкәһендә 100-ҙән артыҡ тораҡ пунктты тәбиғи газ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. 2010 йылдың 23 ғинуарында Магнит сауҙа селтәре асыла. 2010 йылдың 28 декабрендә Юрғамыш ҡасабаһына Мишкә — Юрғамыш төп газ магистрале үткәреү тантанаһы үтә һәм районға тәбиғи газ бирелә.[1]. 2010 йыл дауамында Юрғамышта 2 кафе: «Камелот» һәм «Галактика» асыла (элекке «Русь» ресторан). 2012 йылда «Метрополис» магазин асыла

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
  10. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  20. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  21. 21,0 21,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  22. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  23. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  24. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  25. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  26. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  27. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  28. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  29. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  30. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  31. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  32. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә