Юрий Алексеевич Гагарин исемендәге стадион

Юрий Гагарин исемендәге стадион (укр. Стадіон імені Юрія Гагаріна) — Черниговта (Украина) урынлашҡан футбол стадионы. 16 060 (12 060) тамашасыны һыйҙыра[1]. «Десна» футбол клубының һәм футбол буйынса Украина ҡатын-ҡыҙҙары йыйылма командаһының үҙ майҙаны. Гагарин Юрий Алексеевич хөрмәтенә аталған

Юрий Алексеевич Гагарин исемендәге стадион
Нигеҙләү датаһы 1936
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Кем хөрмәтенә аталған Гагарин Юрий Алексеевич
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Урын Чернигов ҡалаһы
Рәсми асылыу датаһы 1936
Обитатель Десна[d]
Һыйым 14 000
Современное состояние частично разрушенный[d]
Карта
 Юрий Алексеевич Гагарин исемендәге стадион Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Хәҙерге стадион территорияһында XVIII быуат аҙағында Чернигов архиепископтарының дачаһы урынлаша, 1804 йылдан — ҡала баҡсаһы[2].

3000 тамашасыны һыйҙырған стадион 1936 йылда асыла[2]. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында утҡа тотолоу һөҙөмтәһендә зыян күрә[3]. 1960 йылда тамамланған реконструкция барышында[4], стадион яңы проект буйынса төҙөлә. Көнбайыш (7000 урын) һәм Көнсығыш (4000 урын) трибуналар ҡуйыла[2][3].

1961 йылда стадион Юрий Гагарин хөрмәтенә атала. 1964 йылдың 25 майында космонавтар Ю.А. Гагарин һәм А. Г. Николаев менән осрашыу үтә. 1985 йылда яңы реконструкция үткәрелә башлай[2], уның һөҙөмтәһендә Көнсығыш трибунала урындар һаны 7000 урынға тиклем арттырыла[5]

2005 йылдан алып 2008 йылға тиклем үткәрелгән реконструкция барышында Көнсығыш трибунала индивидуаль пластик ултырыу урындары ҡуйыла.

2016—2017 йылдарҙа сираттағы реконструкция үткәрелә, яландың яһалма йылытыу системаһы, автоматик һуғарыу системаһы ҡуйыла, яңы газон һалына, бынан тыш йүгереү юлдары ремонтлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Стадион команды: «Десна» Чернигов — pfl.ua  (укр.) 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Чернігівщина. Енциклопедичний довідник, 1989, Стадіон імені Ю. О. Гагаріна, с. 777
  3. 3,0 3,1 Рига, Д. Стадіон ім. Юрія Гагаріна (укр.). Департамент культури і туризму (5 июль 2009). Дата обращения: 1 ноябрь 2014.
  4. Паткевич, К. Від «Соколки» до «Гагаріна» (укр.). Офіційний сайт Федерації футболу України (11 февраль 2010). Дата обращения: 1 ноябрь 2014. 2014 йыл 1 ноябрь архивланған.
  5. 2

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә