Юлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улы

башҡорт мәғрифәтсеһе һәм фольклорсыһы.

Юлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт (Мөхәммәт) улы (18 август 18611915) — башҡорт мәғрифәтсеһе һәм фольклорсыһы.

Юлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Ырымбур губернаһы
Тыуған көнө 18 август 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Йәрмөхәмәт (Баймаҡ районы), Ярат ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1915
Һөнәр төрө уҡытыусы, фольклорсы

Биографияһы

үҙгәртергә

Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт (Мөхәммәт) улы Юлыев 1861 йылдың 18 авгусында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының) Йәрмөхәмәт ауылында, старшина ғаиләһендә[1] тыуған.

Этнограф һәм музыка белгесе С. Г. Рыбаков мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Батыргәрәй Юлыев Өфөлә ир-егеттәр гимназияһын тамамлаған, артабан Өфө губернаһында балаларҙы уҡытҡан. Рыбаков уның тураһында, мин күргән беренсе башҡорт яҙыусыһы, тип яҙып ҡалдырған[1].

Урыҫ телен һәйбәт белгән, шуға күрә Мәскәүҙә сыҡҡан «Этнографическое обозрение» журналында башҡорт этнографияһы тураһында бер нисә мәҡәлә баҫтырған. Батыргәрәй Юлыевтың урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт этнографияһы тураһында» (1892), «Аждаһа — йылан» (1892), «Башҡорт батырҙары Ҡабанбай менән Үҙәнбай» (1899) исемле хеҙмәттәре билдәле[1].

Үҙенең мәҡәләләрендә яҙыусы туй йолаларын ентекләп тасуирлай, уларға үҙенең баһаһын бирә, ҡайһы бер патриархаль — ырыу йолаларына ҡаршы булыуын күрһәтә: мәҫәлән, ҡыҙҙарҙы һатыу, белмәгән кешегә кейәүгә биреү, ҡалым алыу, үтә йәшләй никахлашыу. «Башҡорт батырҙары Ҡабанбай менән Үҙәнбай» мәҡәләһендә хәҙерге Баймаҡ районы Буранбай ауылы халҡының аслыҡ ваҡытында ирекһеҙҙән ҡаҙаҡ далаһына барымтаға барыуҙары һәм улар артынан килгән ҡыуғындың ауылға ни хәтле ҡайғы — хәсрәт килтереүе хикәйәләнә. Был хикәйә менән Батыргәрәй Мөхәммәт улы барымта кеүек иҫке йолаларға ҡаршы сыға[1].

1891 йылда 1-се Этҡол ауылында урыҫ-башҡорт мәктәбенә нигеҙ һала һәм бында уҡытыусы булып эшләгән.

1915 йылда хәҙерге Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында вафат булған.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Аждаха‑змей в рассказах башкир // Этнографическое обозрение. 1892. № 2—3.
  • Башкирские батыры Кабанбай и Узянбай // Этнографическое обозрение. 1899. № 3.

Баймаҡ районы 1-ce Этҡол мәктәбе Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөтә[2].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 [1](недоступная ссылка)
  2. Меценаттар — үҙебеҙҙең арала! 2019 йыл 28 ғинуар архивланған.