Юган ҡурсаулығы

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районында, Ҙур Юган йылғаһы (Обь йылғаһының һул ҡушылдығы) бассейнында урынлашҡан махсус һаҡланғ

Юган ҡурсаулығыХанты-Манси автономиялы округының Сорғот районында, Ҙур Юган йылғаһы (Обь йылғаһының һул ҡушылдығы) бассейнында урынлашҡан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе

Юган ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы 31 май 1982
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ханты-Манси автономиялы округы
Урын Ханты-Манси автономиялы округы
Майҙан 6486,36 км²
Рәсми сайт ugansky.ru
Карта
 Юган ҡурсаулығы Викимилектә

Юганск дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1982 йылдың 31 майында Негусъяха һәм Бәләкәй Юган йылғалары (Ҙур Юган йылғаһының уң ҡушылдыҡтары) араһында ойошторолған. Майҙаны 648,7 мең гектар ерҙе биләй. Ҡурсаулыҡ тирәләй билдәләнгән һаҡлау зонаһының киңлеге 2 саҡрым һәм дөйөм майҙаны 93 893 гектар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы Угут ауылында урынлашҡан.

Райондың климаты континенталь, дымлылығы менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы - -2,4 °C.. Һыуыҡ булмаған осороноң уртаса оҙонлоғо 92 көн тәшкил итә. Вегетация осоро 137 көн дауам итә.

Ҡурсаулыҡтың һаҡланыусы зонаһында юганинспекторҙары

.

Үҫемлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡтың көпшәле үҫемлектәре флораһы Обь яны флораһына ҡарағанда сағыштырмаса ярлыраҡ. Был ландшафттар төрлөлөгө ҙур булмауы менән бәйле. Ҡурсаулыҡта 67 ғаиләгә ҡараған 320 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә.

Бигерәк тә бында күрәндәр (30 төр), ҡатмарлы сәскәлеләр (27), орхидиялар (15), роза сәскәлеләр (21) һәм лютиктар (19) ғаиләләренә ҡараған үҫемлектәр ныҡ таралған

Ҡурсаулыҡ бриофлораһының инвентаризацияһы әлегә тамамланмаған.Мүктәр исемлегендә 27 ғаиләгә ҡараған 76 төрө бар (бауыр мүктәре менән бергә). Ҡурсаулыҡта мүктәр араһынан иң күп төрлөлөгө менән торф мүктәре ғәиләһе айырылып тора (19 төр)

Юганск ҡурсаулығы биләмәһендә 23 ғаиләгә һәм 45 ырыуға ҡараған 165 төр, 14 вариант һәм 16 формалы лишайниктар табылған.

Ҡурсаулыҡтағы бәшмәк һәм ылымыҡтарҙың төр составы әлегә өйрәнелмәгән.

Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәрҙән ҡурсаулыҡта Лобария легочная лишайнигы, орхидеяларҙан япраҡһыҙ надбородник һәм ике төрлө бәшмәк: рогатик пестиковый һәм ежевик коралловидныйтабылған

Лобария легочная һәм был ике бәшмәк ҡурсаулыҡта киң таралған һәм бында ғәҙәти төр булып тора. Надбородник безлистный ҡурсаулыҡтың ҡараңғы ылыҫлы урмандарҙа киң таралған киң таралған. Әммә уның һаны күп түгел.

Бер нисә төр үҫемлек ареалының төньяҡ сигендә генә ҡалған.Шуға бик һирәк осрай. Был һарна (лилия кудреватая), айыу йыуаһы (черемша), ҡушьяпраҡ (тайник оваловый), йомшағүлән ( малаксис, мякотница однолистный), сыбар кәкүк ситеге ( башмачок пятнистый).

Геобаник районлаштырыу буйынса ҡурсаулыҡ биләмәһе урта тайга зонаһына ҡараған Салымо-Юганск округына ҡарай.

Был округтың үҫемлектәр донъяһы өсөн һыу айырғыс түбәләрҙә пихта ҡатнашлығындағы шыршы-кедр урмандарының өҫтөнлөк итеүе хас. Ә йылға араларының дренажы мөсһөҙ булған үҙәк урындары олиготроф һаҙлыҡтар менән мәшғүл. Урмандар һәм һаҙлыҡтар бер-береһе менән тығыҙ бәйле һәм йыш ҡына береһе икенсеһенә күсә.

Һыу айырғыс арауыҡтарҙың дренажы көслөрөк булған өлөштәрен йәшел мүкле шыршы-кедр урмандары биләгән.

Кедр ҡурсаулыҡ биләмәһендә урман яһаусы төп ағас тоҡомдарының береһе булып тора. Ул киң экологик һығылмалылыҡҡа эйә. Ҡоролоҡҡа һыуыҡҡа (-60 С), яҙғы ташҡынға һәм башҡа ауыр шарттарға , түҙемле. Шуға дренажлы урындарҙа ла, артыҡ дымлы урындарҙа ла үҫә. Дөйөм алғанда, яҡтылыҡ яратыусы тоҡом булһа ла, үҫешенең тәүге осорҙарында кедр күләгәгә бирешмәй. Яҡтылыҡҡа талабы орлоҡ биреү осорона ингәс көсәйә. Бындай үҙенсәлеге кедрға урман яһарға мөмкин булған бөтә шарттарҙа ла урман барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә.Шуға ул таҙа урмандар ҙа, ҡатнаш урмандар барлыҡҡа килтерә ала.

Янғындарҙан һуң аҡ шыршы ҡатнашлығындағы йәшел мүкле шыршы-кедр урмандары үҫемлектәр япмаһы алмашыныуҙа һуңғы стадия булып тора. Ғәҙәттә улар дренаж һәйбәт булған ҡомло һәм балсыҡлы тупраҡта йәки глейлы тупраҡта үҫешә. Был урмандар йәштәге ағстарҙан тора. Араларында ваҡ япраҡлы тоҡомдар ҙа осраштырғылай. тултырылған. Беренсе ярустағы ағастарҙың йәше 180-200 йыл тәшкил итә.

Урман ышығында үҫеп килгән йәш ағастар ҙа кедр һәм башҡа ҡара ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләре. Беренсе яруста урын асылыа барған һайын был " тәҙрә"ләрҙе ошо үҫентеләр биләй бара. Урман эсендәге ҡыуаҡлыҡтар ярусында энәле әлморон, ағас еләге, айыу баланы (жимолость Палласа) үҫә.

Уларҙан аҫтағы ярустыҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, линнея северная, ике япраҡлы майсәскә, европа етеяпрағы (седмичник европейский), түңәрәк япраҡлы утүлән (грушанка круглолистная), урман ҡырҡбыуыны, япмаһыҙгөл (голокучник трёхраздельный) һәм башҡа урман үләндәре биләй.

Мүк япмаһында гилокомиум блестящий, Шребер плеуроциумы өҫтөнлөк итә.

Тотороҡлолоҡҡа ҡарамаҫтан, ҡурсаулыҡ биләмәһендә бындай составтағы урмандар ҙур булмаған майҙандар биләй. Быға үткән быуатта бында үткән һәләкәтле янғындар сәбәпсе. Шуға күрә әлеге ваҡытта һыуайырғыс биләмәләренең күп өлөшөн икенсел урмандар биләй. Янғын үткән урындарҙы йышыраҡ ваҡ япраҡлы тоҡомдар - уҫаҡ һәм ҡайын баҫып ала. Улар күпләп орлоҡ барлыҡҡа килтерә, орлоҡтары еңел тарала. Тиҙ генә үҫеп китәләр һәм асыҡ урындарҙың экстремаль шарттарын еңел үткәрәләр.

Уларҙың ышығы аҫтында буласаҡ ҡара ылыҫлы ағас формалаша башлай. 120 йәш тирәһе тулғас ҡына уҫаҡ менән ҡайын экосистеманан төшөп ҡала башлай. Урман ышығы асыла башлай. Ышыҡтағы ылыҫлы ағастарға өҫкө ярусҡа сығырға мөмкинлек тыуа.

Бында умыртҡалы хайуандарҙан 269 төрө тереклек итә. . Уларҙың күпселеген ҡоштар тәшкил итә, бөтәһе — 216 төр.

Имеҙеүселәр исемлегендә 40 төр иҫәпләнә. Был һандың яртыһынан күберәге кимереүселәр һәм туғырламалар (ер тишкестәр) өлөшөнә тура килә.

Эре йыртҡыс хайуандарҙанҙан : айыу, һеләүһен, ҡоно ( росомаха) осрай. Үлән емшәр хайуандарҙан бында мышы, төньяҡ боланы тереклек итә.

Һөйрәлеүселәр ике төр:

Дүрт төр ер-һыу хайуандары :

Йылға һәм күлдәрҙә тереклек итә:

умыртҡаһыҙҙар:

  • һыу умыртҡаһыҙҙары — 557 төр;
  • үрмәкселәр — 85 төр;
  • стафилинидтар — 169 төр;

умыртҡалылар:

Һылтанмалар

үҙгәртергә