Этҡол һаҙлығы

тәбиғәт ҡомартҡыһы

Этҡол һаҙлығы (рус. Иткуловское болото) — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы «аҫылмалы һаҙлыҡ», 2018 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Этҡол һаҙлығы
урыҫ :Иткуловское болото
Төп мәғлүмәт
Майҙаны5,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 сентябрь 2018 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
53°22′33″ с. ш. 56°20′25″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Этҡол һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Этҡол һаҙлығы

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Үрге Этҡол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 500 метр алыҫлыҡта Һәләүек йылғаһының һул яры буйлап һыубаҫар туғай өҫтө киртләсе битләүендә урынлашҡан. Майҙаны — 5,0 га. Һаҙлыҡ һирәк типҡа ҡарай, сөнки урынлашыуы буйынса битләүҙә ята, ул «аҫылмалы һаҙлыҡтар» иҫәбенә инә. Көнбайыштан көнсығышҡа табан бейеклектәрҙең түбәнәйеңе яҡынса 8 метр тәшкил итә. Составында кальций күп булған шишмә һыуҙары менән туйына. Атмосфера һауаһында эрегән карбонаттар меңәр йылдар буйына мүктәрҙә һәм һаҙ үләндәре ҡалдыҡтарында ҡаты күҙәнәкле эзбизташ рәүешендә һалына. Бындай һаҙлыҡтар карбонатлы тип атала, улар донъяла бик һирәк осрай, йыш ҡына уникаль флораға эйә һәм ҡәтғи һаҡланырға тейеш. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 3 төрө үҫә. Уларҙың икәүһе — Европанан Көньяҡ Уралға үтеп ингән голоцен реликттары: тутыҡ схенус һәм һаҙ һарыгүҙе. Руссов бармаҡтамырһабағы — карбонат һаҙлыҡтарының типик төрө, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге 474-се Ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын, ағыулы, минераль ашламаларҙы, тиреҫте йыйыу, зыярат, мал зыяраттары, етештереү объекттарын урынлаштырыу, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, урман ҡырҡыу, һөрөү, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен йыйыу, киптереү, торф, һаҙ эзбизташы, мүк сығарыу тыйыла[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә