Эрмонела Яхо (ингл. Ermonela Jaho, 1974, Тирана, Албания) — албан опера йырсыһы, сопрано.

Эрмонела Яхо
Ermonela Jaho
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1974({{padleft:1974|4|0}})

Тыуған урыны

Тирана, Албания

Ил

Албания Албания

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

сопрано

ermonelajaho.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Яхо йыр серҙәренә Тиранала өйрәнә. Һуңынан итальян опера йырсыһы Катя Риччарелли ойошторған конкурста еңеп, Яхо бер йыл буйы Мантуя ҡалаһының академияһында шөғөлләнә ала, унан һуң биш йыл буйы Римдағы Изге Цецилия академияһында вокал һәм фортепиано курстарында уҡый. Яхо бер нисә билдәле халыҡ-ара конкурста еңеүсе була. Улар араһында Миланда үткән Пуччини исемендәге конкурс (1997), Анконалағы Спонтини конкурсы (1998), Уэксфорд Фестивалендә иң яҡшы йырсы номинацияһында еңә (2000).

Һуңғы йылдарҙа Яхо ҙур уңыш менән Америка һәм Европаның төп опера театрҙары сәхнәләрендә сығыш яһай: Лондондағы Король операһы, Нью-Йорктағы Метрополитен-Опера, Гранд-Опера Парижда. Яхо репертуарында лирик һәм драматик характерлы опера партиялары бар. Йырсының иң яҡшы ролдәр иҫәбенә түбәндәгеләр ингән: Виолетта (Верди, «Травиата»), Мими (Пуччини, «Богема»), Анна Болей (Доницетти, «Болей Анна»).

2011 йылдың 8 ғинуарында Эрмонела Яхо Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә