Эрзя теле көнө (эрзя Эрзянь Келень Чи[1]) — эрзәндәрҙең хәҙерге тормошондағы байрамы. 1993 йылда А. П. Рябов исемендәге Эрзя телен ҡотҡарыу фонды (Саранск) тарафынан булдырылған. Тәүге эрзя профессоры Анатолий Павлович Рябовтың тыуған көнөндә — 16 апрелдә байрам ителә[2].

Эрзя теле көнө (эрз. Эрзянь Келень Чи), Саранск, 16 апрель 2008

Хәҙерге ваҡытта дәүләт теле эрзя, мокша һәм урыҫ телдәре булған Мордовиянан башҡа, эрзәндәр күпләп йәшәгән урындарҙа ла Эрзя теле көнөн уҙғаралар: Түбәнге Новгород, Һамар, Мәскәү, Силәбе, Мурманск өлкәләре һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында. Шулай Эрзя телен көнөн байрам итеү традицияға әүерелгән: Эстония[3][4] («Сятко» эрзя йәмғиәте[5]), Финляндия. «Эрзянь вайгель» («Эрзя тауышы») төбәк йәмәғәт ойошмаһы Мәскәүҙә сараларҙың ойоштороусыһы булып тора[6][7]. Санкт-Петербургта Эрзя теле көнөн Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә «Эле» эрзян кешеләре берекмәһе ойоштора[8]

Байрам итеүҙең рәсми программаһы аныҡ билдәләнмәгән, һәм ғәҙәттә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында асыҡ дәрестәр булараҡ уҙғарыла, билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ижади шәхестәр менән осрашыуҙар була, концерттар ойошторола. Барлыҡ сараларҙың маҡсаты бер — эрзя телен һәм әҙәбиәте, һәм башҡа милли ҡаҙаныштар менән таныштырыу.

Уҙғарыу залында Анатолий Павлович Рябовтың портретын мотлаҡ рәүештә урынлаштыралар, эряз телендә яҙыуҙар яһайҙар, сәскәләр һәм милли флагтар менән биҙәйҙәр.

Байрамдың рәсми өлөшө «Тюштя» йыры менән башлана. Ғәҙәттә Саранскта был йырҙы «Торама» ир-егеттәр ансамбле башҡара[1]. Һуңынан нәҫел шәме — штатол тоҡандырыла. Шәмде яғыу хоҡуғы арҙаҡлы һәм билдәле кешегә бирелә, артабан Эрзя аҡһаҡалдары советы президиумына (эрзя Эрзянь атянь эзем) кандидаттар йыйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә