Энәлек, мәмешкәк, энәте, еҙәй, дунала, ҡамыраш (рус. Боя́рышник крова́во-кра́сный, Боя́рышник кровя́но-кра́сный, Боя́рышник сиби́рский, лат. Crataégus sanguínea) —Рауза һымаҡтар (Rosaceae) ғаиләһенән энәле ҡыуаҡ йәки ағас. Бейеклеге 4 м-ға етә. Май айында аҡһыл һарғылт сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә.

Энәлек
Питер Уильям Уотсон (ингл. Peter William Watson) Dendrologia Britannica, 1825 китабынан ботаник иллюстрация
Питер Уильям Уотсон
(ингл. Peter William Watson)
Dendrologia Britannica, 1825 китабынан ботаник иллюстрация
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Crataegus sanguinea Pall. (1784)

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  416296
EOL  11167129
GRIN  g:12142
IPNI  724193

Таралыуы

үҙгәртергә

Энәлек йылға буйҙарындағы урман ситендә үҫергә ярата. Таралыу ареалы көнбайыштан көнсығышҡа 5 мең км-ға етә: Рәсәйҙең көнсығышынан Көнбайыш Себергә тиклем, Байкал арты, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Монголия. Башҡортостандың күпселек райондарында осратырға мөмкин.

 
Энәлек сәскәһендә бал ҡорттары
 
Бешкән емеше

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 База данных eFloras (инг.)
  2. Royal Botanic Garden Edinburgh (ингл.). Дата обращения: 1 февраль 2009.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә