Эндрю Юн (Andrew Youn) — корей сығышлы Америка социаль эшҡыуары, Кенияның One Acre Fund («Бер акр фонды») коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын нигеҙләүсе, уның өлкән партнёры һәм башҡарма директоры, бәләкәй килемле Көнсығыш Африка фермерҙарына түбән процентлы кредиттар бирә һәм ауыл хужалығы ғилеменә уҡыта[1][2][3][4][5][6][7].

Эндрю Юн
Andrew Youn
Эшмәкәрлек төрө:

социаль эшҡыуар

Гражданлығы:

АҠШ

Эндрю Юн Йель университетын отличие менән тамамлай, халыҡ-ара корпорацияларҙа консультант булып эшләй, шунан Келлоггтың менеджмент мәктәбендә эшлекле идара итеү магистры дәрәжәһен ала. Уҡығанда Юн 2005 йылдың авгусында Кенияның көнбайышында була, ваҡ фермерҙарҙан уларҙың тормош сифаты тураһында интервью ала. Бизнес-мәктәпкә ҡайтҡас, Юн Көнсығыш Африка фермерҙары араһында ауыл хужалығының етештереүсәнлеген һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн баҙар ысулдарын ҡулланыу планын төҙөй. 2006 йылда Джон Гачунга менән бергә One Acre Fund’ты нигеҙләйҙәр, ул Кенияның 38 фермеры ғаиләһенә аслыҡ һәм фәҡирлек менән көрәшергә ярҙамлаша (Юн башта Кенияла йәшәй, һуңыраҡ Руандаға күсә)[8][9].

2006 йылда One Acre Fund ойошмаһы Йель университеты тарафынан — Social Entrepreneurship Track һәм Business Association of Stanford Entrepreneurial Students тарафынан Social E-Challenge менән бүләкләнә, ә Эндрю Юн, ике йыллыҡ стипендия алып, Echoing Green Fellowship'ҡа ҡушыла. 2007 йылда One Acre Fund Draper Richards һәм Mulago Social Investments фондтарынан гранттар ала, шулай уҡ Руандалаэш башлай (2012 йылда — Бурундиҙа, 2013 йылда— Танзанияла).

2010 йылда Эндрю Юн менән One Acre Fund Сколл фондынан социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә абруйлы премияға лайыҡ була[10][11]. 2012 йылда One Acre Fund — Barr Foundation’дан, 2013 йылда Билл һәм Мелинда Гейтстар фондынан грант ала. 2013 йылда One Acre Fund’тың баҫыу сығымдарының 73%-ы фермерҙарҙың түләүҙәре менән ҡаплана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Andrew Youn (ингл.). Echoing Green. Дата обращения: 21 май 2015.
  2. THE TOP 10 MOST INNOVATIVE COMPANIES IN AFRICA (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 21 май 2015.
  3. Andrew Youn (ингл.). Forbes. Дата обращения: 21 май 2015.
  4. Kenya's small-scale farmers borrow seeds to grow potential (ингл.). The Guardian. Дата обращения: 21 май 2015.
  5. Andrew Youn (ингл.). Mulalgo Foundation. Дата обращения: 21 май 2015.
  6. Andrew Youn (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 21 май 2015.
  7. Meet the Boss: Andrew Youn, founder, One Acre Fund (ингл.). Maritz Publishing. Дата обращения: 21 май 2015.
  8. One Acre at a Time (ингл.). Stanford Social Innovation Review. Дата обращения: 21 май 2015.
  9. One Acre Fund: Empowering the One Acre Farmer (ингл.). Next Billion. Дата обращения: 21 май 2015.
  10. PRESS AND AWARDS (ингл.). One Acre Fund. Дата обращения: 21 май 2015. 2015 йыл 13 май архивланған.
  11. Skoll Foundation Announces New Investments in Leading Global Innovators (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 21 май 2015.

Һылтанмалар үҙгәртергә