Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы

(Эльвира Имелбаева битенән йүнәлтелде)

Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (2 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).

Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы
Тыуған көнө 2 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Эльвира Арҡам ҡыҙы Имелбаева 1955 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын һәм 2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1980 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында: 19881990 йылдарҙа һәм 19961998 йылдарҙа үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһында (1996 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1999 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтында.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре иммунологияның экологик аспекттарына, гинекология, дерматовенерология, стоматология һәм клиник цитологияла иммунопатология проблемаларына арналған. Эльвира Арҡам ҡыҙы ҡатнашлығында республика дауалау практикаһына серологик скрининг һәм йөклөлөктөң 1‑се һәм 2‑се триместрҙарында тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен диагностикалау ысулдары индерелә, гинекологик һәм башҡа ауырыуҙарҙы цитологик диагностикалау үҫтерелә. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Иммунотропные эффекты феноксигербицидов. Өфө, 2000 (авторҙаш)

Фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002)

Һылтанмалар

үҙгәртергә