Экштейн Эмма

австрия суфражисы, публицисы.

Эмма Экштейн (Emma Eckstein; 18651924) — австрия суфражисы, публицисы.

Экштейн Эмма
нем. Emma Eckstein
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 28 ғинуар 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][1]
Тыуған урыны Gaudenzdorf[d]
Вафат булған көнө 30 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3][1] (59 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Беренсе Австрия Республикаһы[2]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Бер туғандары Фридрих Экштейн[d], Густав Экштейн[d] һәм Шлезингер Тереза
Һөнәр төрө психоаналитик

Шулай уҡ Зигмунд Фрейдтың[4]иң мөһим иртә пациенттарының береһе булараҡ билдәле.

Биографияһы

үҙгәртергә

1865 йылдың 28 ғинуарында Гауденздорфта тыуған.

Либераль йәһүд ғаиләһендә үҫә. Атаһы, химик Һәм уйлап табыусы Альберт Экштейн (Albert Eckstein, 18241881) иртә вафат булғандан һуң, уның әсәһе Амалия Экштейн (Amalie Eckstein, 1836—1921) үҙе ойошторған ҡағыҙ фабрикаһы менән идара итә. Эмманың биш апаһы һәм дүрт ағаһы була, ике ағаһы бала сағында вафат була. Уның һеңлеһе Тереза, шулай уҡ ағалары Густав һәм Фридрих (Friedrich Eckstein) билдәле булалар. Экштейн ғаиләһе Фрейдтар ғаиләһе менән дуҫ була, улар бергәләп ҡайһы бер байрамдар үткәрә. 1905 йылдан Эмма әсәһе, иртә тол ҡалған һеңлеһе Тереза һәм ағаһы Густав менән ғаилә хужалығында шөғөлләнә.

Эмма Экштейн публицистик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, һәм быуаттар сигендә Фрейд менән әңгәмәләре йоғонтоһонда бер нисә мәҡәлә баҫтыра, уларҙа ул енси тәрбиә мәсьәләләренә комментарий бирә. 1899 йылда Die neue Zeit журналында балаларҙы енси тәрбиәләү тураһындағы мәҡәләһе баҫылып сыға, унда ата-әсә ҡылған енси акт тураһында балаларҙың белеүе тәрбиәүи яҡтан көнүҙәк тигән фекер һыҙыҡ өҫтөнә алына. 1908 йылда ул псевдоним аҫтында «Neues Frauenleben» журналында псевдогермафродит яҙыусы Карл Баер (Karl M. Baer) тормошо тураһында рецензия баҫтыра.

1910 йылда Дора Телеки (Dora Brücke-Teleky) яһаған гинекологик операциянан һуң, Эмма Экштейн публицистиканан ситләшә, һәм шул уҡ ваҡытта уның Зигмунд Фрейд менән дә мөнәсәбәттәре тамамлана.

1924 йылдың 30 июлендә Венала мейеһенә ҡан һауыуҙан вафат була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
== Иҫкәрмәләр ==
  1. 1,0 1,1 1,2 Blumesberger S. Eckstein, Emma // Handbuch der österreichischen Kinder- und Jugendbuchautorinnen (нем.) — 2014. — Vol. 1. — S. 243—244. — ISBN 978-3-205-78552-1
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #1021283231 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Emma Eckstein // [Emma Eckstein Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.)Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
  4. Eckstein, Emma (1865—1924)