Ирентек (күл)

(Ыҫмалалы (күл) битенән йүнәлтелде)

Ирентек (рус. Смоляное, Ирентик, Большой Инкадык) — Силәбе ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш Ленин һәм Совет райондары территорияһында урынлашҡан аҙ тоҙло тәбиғи һыу ятҡылығы (1969 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы). Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 85,4 км².[1] Һыу күләме — 0,108 км³. Өҫкө майҙаны — 21,7 км².[1] Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 214-се м.[2]

Озеро
Ирентек
урыҫ Смолино
ЫИрентек күленең төньяҡ-көнбайыш яры
ЫИрентек күленең төньяҡ-көнбайыш яры
Морфометрия
Абсолют бейеклеге214 м
Үлсәме4 × 8 км
Майҙаны21,7 км²
Күләме0,108 км³
Иң тәрән урыны6,8 м
Уртаса тәрәнләк3,7 м
Гидрология
Минераллығынатрий хлоридлы 
Тоҙлолоғо2 ‰
Бассейн
Площадь бассейна85,4 км²
Урынлашыуы
55°05′18″ с. ш. 61°26′18″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Силәбе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010501011111200008948
Силәбе өлкәһе
Точка
Ирентек
 Ирентек Викимилектә

Бик боронғо замада, б. э. т. II мең йыллыҡтың 2-се сирегендә күлдең атамаһы Ирентик булған. Был территорияла һинд-арий телендә һөйләшкән кешеләр (скиф-сарматтар, Һынташты мәҙәниәт) йәшәгән. Күлдең ҡыҙғыл һары төҫтәге ҡомон пуштун лексемаһы жарендик, йарендик йәки «алтын-ерән, ерән» тип атаған[3].

Ваҡыты-ваҡыты менән күл йәйелеп ташҡанлыҡтан, Игуменка йылғаһына ҡойолған һыу һайыҡҡан да, 3 ваҡ күлгә бүленеп, һыу әсе-тоҙлоға әйләнгән, һөҙөмтәлә VIII быуатта күл Асы (Горький) тип атала башлаған. Боронғо һинд телендә -ирен- «асыуат-тоҙло тупраҡ» йә «сүллек» тигәнде, латин телендә «ҡороған, һыуһыҙ урын» тигәнде аңлатҡаны Ирентик атамаһының боронғо осорға бәйлелеген дәлилләй[4].

Күлдең көнбайыш яғында бер туған Смолиндар нигеҙ һалған казак ҡасабаһы урынлашҡан, ҡасаба уларҙың атаһы исеме менән тип йөрөтөлә башлаған. Силәбе ҡалаһы сигенән 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был күл артабан, XIX быуат аҙағына, Смолинский һәм Смолин тип атала башлай[5]. Шулай уҡ Смолено, Ыҫмалалы (Смоляное) тип тә аталған. Атап әйткәндә, 1904 һәм 1909 йылдарҙағы сығанаҡтарҙағы фотоларҙа шулай билдәләнгән[5][6].

Географияһы һәм гидрологияһы

үҙгәртергә
 
Күлдә йөҙгән яхтанан күренеш, һыу өҫтөнөң ҙур булмаған тулҡыныуы
 
Төньяҡ ярына күренеш, үҙәк буйынса — ЧТПЗ Мәҙәниәт йорто

Урал диңгеҙенең күп һанлы ҡалдыҡтарынан торған тигеҙлек тибындағы күл. Төбө ултырма балсыҡтан, ҡомло-ләмле балсыҡтан барлыҡҡа килгән. Һыуы әсе-тоҙлоҡай, ҡайһы берҙә көкөртлө водород менән байый. Ярҙары һөҙәк, ҡомло, көньяҡ өлөшөндә Бейек тау тип аталған ҡалҡыулыҡ бар. Күлдән төньяҡ-көнбайышҡа табан Силәбе ҡала урманы урынлашҡан ҡатнаш, башлыса ҡайын урманы участкалары булған далалы төбәк. Яр буйҙарында шишмәләр бар[5].

Ыҫмалалы күле тулыһынса Силәбе ҡалаһының хәҙерге, көньяҡ-көнсығыш, өлөшөндә урынлашҡан. Күлдең көньяҡ-көнсығыш өлөшө эргәһендә Копейск ҡалаһының административ сиге үтә. Антропоген йоғонтоға дусар була: ағынты һыуҙар менән күлде бысратыусы төрлө: органик матдәләр, нефть продукттары, ауыр металдар эләгә, рөхсәт ителгән сикке концентрация (ПДК) күләме һыуҙа 3-8 тапҡырға күберәк[7]. Ҡайһы бер карталарҙа күлдең көньяғында, Исаков ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан ҡултыҡ Исаков күле булараҡ билдәләнгән. 2016 йылға ҡарата күлдең һыуы 3-сө класс сифатына («бысраҡ») ҡараған[8].

XX быуаттың һуңғы сирегендә күлдә һыу кимәле күтәрелә, ул һыу баҫыуға һәм күл буйындағы шәхси секторҙағы йорттарҙың күбеһен күсереүгә килтерә, ләкин XX быуат аҙағында һыуҙы Мейәс йылғаһына һурҙырып сығарыу ярҙамында һыу кимәленең кәмеүенә өлгәшелә. Күлдең бысраныуына ҡарамаҫтан, уның ярҙарында һыу инеү өсөн йыһазландырылған бер нисә пляж эшләй.

Күлдең көнсығыш яры буйында бер нисә баҡсасылыҡ ширҡәте урынлашҡан; төньяҡ ярға Ленин районының күп ҡатлы торлаҡ йорттары йәнәшә тора. Яр буйында Силәбе торба-прокат заводы (ЧТПЗ) мәҙәниәт һарайы һәм «Восход» спорт комплексы урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш ярында Береговой һәм Сухомесов ҡасабалары, көньяҡ яр буйында баҡса участкалары һәм Исаков ҡасабаһы, көнбайышта — Смолинск ҡасабаһы урынлашҡан.

Яр буйҙарында һәм яҡын-тирәлә боронғо кешеләрҙең торалары һәм ҡәберлектәр бар, мәҫәлән, Ыҫмалалы тораһы, Ыҫмалалы (Смолино)-3 — ҡурғанлы ҡәберлеге, Н. К. Минько тапҡан ерләү археологик ҡомартҡыһы һәм Ыҫмалалы (Смолино)-5 — 1925 йылда С. Н. Дурылин тарафынан табылған таш быуат тораһы[9][10].

XX быуат башында урындағы халыҡ һыу һәм ләмде, антропоген йоғонтоға бирелмәгәнгә тиклем, дауаланыу батҡағы булараҡ ҡулланған[5].

XX быуаттың 50-се йылдары уртаһынан алып Ирентек күле кимәленең күтәрелеү тенденцияһы һаҡлана. Айырыуса 60-сы, 80-се йылдарҙа һәм алдағы йылдарҙа көсөргәнешле күтәрелеш күҙәтелгән. М. А. Андрееваның мәғлүмәттәре буйынса (1995), 1977 йылға тиклем климаттың тәбиғи тирбәлеүе күлдең кимәлен үҙгәртеүҙә төп ролде уйнай, ә ошо осорҙан һуң Ыҫмалалы күленең һыу режимын антропоген йоғонтоло боҙоу күҙәтелә. 1977 йылдан алып күлдең кимәле 3,5 метрға күтәрелгән.

XX быуаттың 30-сы йылдарынан Ирентек күле тоҙло һыу ятҡылығы була (минерализация 9,1 г/л тәшкил итә). Хәҙерге ваҡытта Силәбе ҡалаһының Ленин районы асфальтлы биләмәләренән төрлө производстволарҙан ағып төшкән бысраҡ һыуҙар һәм ҡалдыҡтар йоғонтоһонда күл 1,7 — 1,8 г/л тиклем сөсөләнгән. Күлдең майҙаны 2 тапҡырға, 14 км²-тан 27 км²-ҡа тиклем артҡан. 1965 йылда күл көньяҡтараҡ урынлашҡан Исаков күле менән ҡушылған. Ағымдың һан яғынан үҙгәреүе тимер, нефть продукттары буйынса рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең ярайһы уҡ артыуына килтерә.

Күл гидросистемаһының ныҡ ҡына үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, күл ҡәнәғәтләнерлек кислород режимын, төп иондарҙың элекке нисбәтен һәм һыуҙың хлорид класын һаҡлай; күлдә эндемик тоҙ яратыусы ҡыҫала (Arctodiaptomus salinus) йәшәй. Был күлдең таҙарыныу һәләте ресурстарының бөтмәүен күрһәтә (Захаров, 2004).

1936 йылда күл киңәйә башлай. Белгестәр өлкәнең һыу ятҡылыҡтарындағы һыу кимәленең Каспий диңгеҙендәге һыу кимәле тирбәлеүенә, цикллылығына, тап килеүенә иғтибар иткән. Күренеш сәбәптәре әлегә өйрәнелмәгән.

1920-30 йылдарҙа күлдә урындағы өлкә һәм ҡала власының дачалары барлыҡҡа килә. 1864 йылда монахиняларҙың төньяҡ яр буйында ҡарбуз һәм ҡабаҡ үҫтерә башлайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар монастырының монастырь һарайында күлдән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта еләк-емеш ағастары үҫентеләре ултырталар, һуңынан уның урынында совет осоронда тәжрибә ғилми селекция станцияһының емеш питомнигы булдырыла (артабан ғилми-тикшеренеү институты). XXI быуатта уларҙың урынында парк булдырылған.

1961 йылдан[7] күл төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәре рәтенә индерелгәно, Һәйкәлдең ғәмәлдәге сиктәре Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең 2020 йылдың 3 декабрендәге 641-П һанлы ҡарары менән билдәләнгән[11].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: ҡалмыҡ йыуаһы (лук-слизун; Allium nutans L.), өс бүлкәтле ладьян (Corallorhiza trifida Chatel), бөртөклө кәкүк сәскәһе (Cypripedium guttatum Sw.), эре сәскәле кәкүк сәскәһе (Cypripedium macranthon Sw.), күп бүлемле бураҙналы емеш (Aulacospermum multifidum (Smith) Meinsh.), тәпәш ирис (Iris humilis Georgi). Ирентек күле буйҙарында үҫкән ошо бөтә төр үҫемлектәр В. М. һәм И. М. Крашенинниковтарҙың начала XX быуат башында йыйылған өлгөләренән билдәле[12] Силәбе ҡалаһы эсендә урынлашҡан күл ярындағы тәбиғәт берләшмәләренең хәҙерге торошон иҫәпкә алғанда, был төрҙәрҙең әлеге ваҡытта был урында булыуы мөмкин түгел тип һанала.

Һирәк осраусы хайуандар: ябай махаон, подалирий күбәләктәре[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 «Смолино» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Лист карты N-41-27 Челябинск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
  3. Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала
  4. Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Ю. Латышев. «Настоящее море, даже с прибоями. И целебными грязями» (29 август 2021). Дата обращения: 1 апрель 2022. 2022 йыл 2 март архивланған.
  6. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Ю. Латышев. Тайны старого Челябинска: площади — известные и забытые (27 июнь 2021). Дата обращения: 1 апрель 2022. 2022 йыл 2 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 Андреева М. А. Смолино, озеро «Силәбе» энциклопедияһында
  8. 2.2.6. Качество водных объектов. mineco.gov74.ru (29 август 2016). Дата обращения: 1 апрель 2022.(недоступная ссылка)
  9. Дурылин С. Н. Раскопки под Челябинском. — Вып 2. — Свердловск: Урал. об-во любителей естествознания, 1927. — Т. 40.
  10. Перечень объектов культурного наследия, включенных в Единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации. mincult.gov74.ru. Дата обращения: 1 апрель 2022.(недоступная ссылка)
  11. Озеро Смолино. oopt174.ru (4 декабрь 2020). Дата обращения: 1 апрель 2022. 2021 йыл 27 ғинуар архивланған.
  12. Крашенинников И. М., Крашенинникова В. М. Сосновые боры Челябинского уезда. — вып. 4. — Изв. Ботан. сада, 1905. — Т. 5.
  13. Памятник природы озеро Смолино - Челябинская область - Красная Книга, растения и животные, экология (форум). www.redbook.ru. Дата обращения: 13 сентябрь 2016. Архивировано из оригинала 1 декабрь 2017 года. 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
  • А. П. Моисеев, М. Е. Николаева. Памятники природы Челябинской области. Сборник Природа и мы. Челябинск ЮУКИ. 1987 г.
  • В. Борисов Озеро Смолино — природный курорт. Газета «Вечерний Челябинск» 1987. 7 июля.
  • Е. Качанов. Древние челябинские озера. Газета «Вечерний Челябинск» 1974, 5 апреля.
  • М. Фонотов. Ритмы Смолино. Газета «Челябинский рабочий». 1997, 1 марта.
  • В. Косолапов. Загадки озера Смолино. Газета «Вечерний Челябинск». 1985, 6 августа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә