Ырымбур затлы ҡыҙҙар институты

Ырымбур аҫыл ҡыҙҙар институты — (рус. Оренбургский институт благородных девиц, Николаевский женский институт) — Рәсәй империяһының ҡатын-ҡыҙҙар белем биреү учреждениеһы (аҫыл ҡыҙҙар институты)

Ырымбур затлы ҡыҙҙар институты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия: Оренбург (часть 2)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Пушкинская улица, 53
Карта
 Ырымбур затлы ҡыҙҙар институты Викимилектә

Император Николай Беренсенең Ырымбур аҫыл ҡыҙҙар институты 1832 йылдың 6 декабрендә Ырымбурҙың хәрби губернаторы П. Сухтелен бойороғо менән ойошҡан; хәрби белем биреү учреждениеларына ҡараған һәм "Неплюев хәрби мәктәбенең ҡыҙҙар уҡытыу филиалы " исемен йөрөткән, сөнки ул уҡыусыларҙы офицерҙар, хәрби чиновниктар һәм казак ҡыҙҙарынан алған. 1855 йылдың 13 октябрендә ул Николаев ҡатын-ҡыҙҙар институты тип үҙгәртелә[2] Николай Беренсенең ҡатыны Александра Федоровна уҡыу йортон үҙ шефлығына ала.

Был ябыҡ учреждение була, уның уҡыусылары ҡаты контроль аҫтында интернатта йәшәй. Институтта Ырымбур, Һамар һәм Өфө провинциялары, Турғай һәм Яйыҡ өлкәләре, шулай уҡ Төркөстан ҡыҙҙары уҡый.[3]

Николаев ҡатын-ҡыҙҙар институты биналары комплексы, империя сәнғәт академияһы академигы А. Г. Беловтың архитектура проекты буйынса төҙөлгән тип фараз итәләр. Институттың төп йорто йорт яны сиркәүе менән[4] Неплюев урамында ике ҡатлы бинала урынлашҡан. 1917 йылға Ырымбур Николаев ҡыҙҙар институты милкендә Ырымбур губернаһы Троицк районында 628 дисәтинә ер, бер дача һәм унда һөт фермаһы була.[3]

1917 йылға тиклем, Ырымбур аҫыл ҡыҙҙар институты батшабикә Мария Федоровна институттары бүлегенә инә, һәм Октябрь революцияһынан һуң ул Дәүләт хәйриә министрлығына күсерелә. 1918 йылда ул Халыҡ мәғәрифы комиссариаты контроле аҫтында була, 1919 йылда, Граждандар һуғышы ваҡытында ул ябыла.

  Тышҡы медиафайлдар

Институттың төп йорто бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм Ленин урамы, 50-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Был йорт диуарында «тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле» тигән мемориаль таҡта ҡуйылған[5] 1920—1923 йылдарҙа элекке Ырымбур Николаев ҡатын-ҡыҙҙар институтының төп йортонда рус һәм совет этнографы һәм музыканты Александр Викторович Затаевич йәшәгән һәм эшләгән.

Рәсәй дәүләт тарихи архивында институтты 1898—1914 йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар тураһында документтар бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡатын-ҡыҙҙар институттары
  • Оде де Сион, Ана Васильевна
  • Семёнов В. Г. Ещё раз об Оренбургском институте благородных девиц. Оренбург, 1997

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә