Щебланова Елена Георгиевна
Щебланова Елена Георгиевна (4 июнь 1921 йыл — 26 апрель 2015 йыл) — СССР-ҙың партия органдары эшмәкәре. 1966—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары[1]. Партияның XXIII (1966), XXIV (1971), XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975), туғыҙынсы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы (1996).
Щебланова Елена Георгиевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 4 июнь 1921 |
Тыуған урыны | Курск, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 2015 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕлена Георгиевна Щебланова 1921 йылдың 4 июнендә Курск ҡалаһында тыуған. Ҡазан дәүләт химик-технология университетын тамамлаған[1]. Уҡып бөткәндән һуң Мәскәү өлкәһе Загорск ҡалаһына йүнәлтмә ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген һуғыштан һуңғы тәүге йылда ғилми-тикшеренеү институтының химия лабораторияһында башлай[2].
1949 йылда барыһы 67 мең кеше йәшәгән Стәрлетамаҡ ҡалаһына килә[2]. Стәрлетамаҡ сода заводында лаборатория мөдире, ОТК, участка начальнигы булып эшләй. 1958 йылда КПСС сафына инә[2]. 1962 йылда заводтың партком секретары итеп һайлана.
1965 йылда КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана, артабан 1966 йылдан 1985 йылға тиклем, егерме йыл дауамында беренсе секретарь була. Уның етәкселек иткән осоронда ҡала эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелә, барак тибындағы өйҙәр төҙөк торлаҡтарға алмашына[1].
1985 йылда хаҡлы ялға сыға, ҡала ветерандар Советында әүҙем йәмәғәт эше алып бара. Уның иҫ китмәле ойоштороу һәләттәре, юғары оҫталыҡ кимәле кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра. Фиҙакәр хеҙмәте һәм йәмәғәт-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн ул Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Стәрлетамаҡ үҫешенә ҙур өлөш индергәнен иҫәпкә алып, 1996 йылда ҡала Советы Президиумы ҡарары менән Е. Г. Щеблановаға «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].
2015 йылдың 26 апрелендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены;
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы (1996).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 На 94-м году ушла из жизни Е. Г. Щебланова 2019 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 В начале пути 2019 йыл 3 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- В начале пути 2019 йыл 3 июнь архивланған.
- На 94-м году ушла из жизни Е. Г. Щебланова 2019 йыл 3 июнь архивланған.
- Эпоха Щеблановой 2019 йыл 4 июнь архивланған.