Шөгөр районы (ТАССР)
Шөгөр районы (татар. Шөгер районы, рус. Шугурский район) — 1930 йылдан 1959 йылға тиклем ғәмәлдә булған Татарстан АССР-дың юҡ ителгән административ-территориаль берәмеге. Ленинтаудан көньяҡ-көнбайышҡа 25 саҡрым, Татарстандың төньяғында урынлашҡан. Административ үҙәк - Шөгөр ауылы.
Шөгөр районы | |
Нигеҙләү датаһы | 10 август 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Шөгер районы |
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Шугурово[d] |
Административ-территориаль берәмек | Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] |
Халыҡ һаны | 39 148 кеше (1939)[1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 октябрь 1959 |
Майҙан | 1800 км²[2] |
Тарих
үҙгәртергәШөгөр районы территорияһы 1920 йылға тиклем Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә, 1920 йылдан 1930 йылға тиклем Бөгөлмә кантонында урынлашҡан.
1930 йылдың 10 августында элеккеге Бөгөлмә кантоны территорияһында барлыҡҡа килә.
1952 йылдың 8 майында Татарстан АССР-дың Чистай өлкәһе составына, ә 1953 йылдың 21 февралендә Бөгөлмә өлкәһе составына инә. 1953 йылдың 30 апрелендә өлкәләр бөтөрөүгә бәйле рәүештә Татарстан АССР-дың туранан-тура ҡарамағына ҡайтарыла.
1959 йылдың 12 октябрендә Шөгөр районы юҡҡа сыға, ә уның территорияһы Лениногорск һәм Беренсе Май райондарына тапшырыла.
Административ бүленеш
үҙгәртергә1945 йылға районда 21 ауыл Советы булған: Керкәле, Кирлегәс, Ҡуаҡбаш, Ҡузай, Мордва Ивановкаһы, Мордва Ҡармалҡаһы, Мөкмин-Ҡаратай, Түбәнге Шыршылы, Яңы Иштирәк, Яңы Сережкино, Сарабиҡҡол, Спиридоновка, Иске Варваринка, Иске Иштирәк, Иске Ҡуаҡ, Суғышлы, Туҡтар Урдалыһы, Урмышлы, Федотов, Шөгөр Юлтимер. Район майҙаны 1800 км² тәшкил иткән.
Халыҡ
үҙгәртергә1939 йылда халыҡ һаны 39148 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән татарҙар - 68%, мордва - 13,5%, урыҫтар - 13%.