Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы

Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы (15 май 1879 йыл1922 йыл) — мәғрифәтсе, реформатор мулла. XX быуат баштарында һәр төбәктә мәҙрәсә, мәктәп, мәсет хеҙмәткәрҙәренән ябай башҡорт халҡы ҡатламдарының мәғрифәткә, мәҙәниәткә ынтылышын асыҡ сағылдырған мөғәллимдәр һәм муллалар күтәрелеп сыға. Ҡырмыҫҡалы төйәгендә Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов — шундай билдәле шәхестәрҙең береһе.

Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур
Исеме

Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы

Тыуған көнө

15 май 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы

Вафат булған көнө

1922({{padleft:1922|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Мәғрифәтсе, реформатор мулла

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов 1879 йылдың 15 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов (элекке Биштәкә) ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ата-әсәһенән уҡырға-яҙырға өйрәнгәс, туғыҙ йәшлек Мөхәмәҙинурҙы Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. Бында отҡор малай Мирсаяф Камалетдиновтың һәләтле шәкерттәренең береһе була, һигеҙ йыл эсендә ул замандағы дини белем донъяһының барлыҡ әлкәләрен яҡшы үҙләштерә, яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнә, умарта тотоу, баҡса үҫтереү буйынса белем ала.

Биштәкәгә ҡайтҡас, 1898 йылда, Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтов ауыл мәҙрәсәһенә имам-хатиб итеп ҡуйыла, йортта атаһына хужалыҡ эштәрендә булыша, ауылда берҙән-бер ҙур, бынамын тигән өй һалып инергә ярҙамлаша.

1902 йылда Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтов батша армияһына хәрби хеҙмәткә алынып, Алыҫ Көнсығышта һалдат бурысын үтәй. Тиҙҙән, 1904 йылда, рус-япон һуғышы башлана. Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтов япондарға ҡаршы аяуһыҙ алыша, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Николай ордены, Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Был уға, һуғыш бөтөү менән үк, хәрби хеҙмәте тулмаһа ла, тыуған төйәгенә ҡайтып китергә мөмкинлек бирә.

Биштәкә халҡы үҙенең батыр улы Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтовты ҙурлап ҡаршылай. Ул шунда уҡ мәхәллә муллаһы, мәҙрәсә имам-хатибы итеп тәғәйенләнә. Ер-Һыуҙар күреү, мәғлүмәтле кешеләр, офицерҙар менән осрашыу Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтовты үҙ халҡының тормошо, йәштәрҙең киләсәге тураһында тәрән уйҙарға һала. Ул уҡыу йәшендәге балаларҙы төрлө ауылдарға һәм Өфө ҡалаһының данлыҡлы «Ғәлиә», «Ғосмания» мәҙрәсәләренә уҡырға алып бара. Йәштәргә яңыса, донъяуи белем биреү маҡсатында 1912 йылдың 12 сентябрендә Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов тыуған ауылында дүрт йыллыҡ рус-башҡорт мәктәбе асыуға өлгәшә. Шәкерттәрҙе уҡытыу тәүҙә уның атаһы нигеҙендә ҡалған йортонда ойошторола, бер йылдан һуң ике таш бина төҙөлә. Биштәкә рус-башҡорт мәктәбендә уҡытыу программаларына хисап, тарих, география, рус теле һәм әҙәбиәте, медицина нигеҙҙәре индерелә. Мөҙәрис Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Биштәкәгә яҡын-тирәләге ауылдарҙан барлыҡ балаларҙы ла уҡыуға йәлеп итә, мәктәп янындағы яңы ғына төҙөлгән интернатҡа урынлаштыра.

Күп тә үтмәй, ауыл күрке булып урта мәктәп-интернат бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, уҡыу йортоноң даны тирә-яҡҡа киң тарала.

Оҙаҡ йылдар буйы халыҡ мәктәпте «Мөхәмәҙинур мәктәбе» тип йөрөтә, уның беренсе мөҙәрисе һәм мөғәллиме Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтовты әле лә ололап иҫкә ала.

1965 йылда Шайморатов урта мәктәбенә башҡорт халыҡ батыры М. М. Шайморатов исеме бирелә. Был уҡыу йорто — төбәктә алдынғы мәктәптәрҙең береһе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.