Шәүәлиев Дамир Әхәт улы

Шәүәлиев Дамир Әхәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (48 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден святого благоверного князя Даниила Московского III степени
 Шәүәлиев Дамир Әхәт улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Дамир Әхәт улы  Шәүәлиев 1975 йылдың 10 октябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Атаһы Әхәт Саәғәҙәтгәрәй улы Шәүәлиев (1941-2005) 29 йыл «Салауатнефтеоргсинтез» («Газпром нефтехим Салауат») предприятиеһында эшләй.

Дамир Әхәт улы 1993 йылда 12-се урта мәктәпте (хәҙер 1-се лицей), 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын  «төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм химик етештереү машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Мәскәүҙә ЯАЙ «Балтик финанс-сәнәғәт төркөмө»ндә әйҙәүсе белгес вазифаһында башлай. Артабан 1999-2000 йылда Санкт-Петербургта — ГСМ «Юкос-Нева» ЯСЙ -дә реализациялау бүлеге начальнигы булып эшләй. 2000 - 2003 йылдан алып — килешеүҙәр бүлеге начальнигы, һуңынан ЯСЙ «Невка-СПб»  генераль директорының коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

Эштән айырылмайынса Санкт-Петербург дәүләт университетының «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса уҡып, уны 2002 йылда , иҡтисадсы квалификацияһы менән тамамлап сыға.

2003 йылдан алып ААЙ "АК «Сибур»ҙа  продукцияны эске баҙарҙа реализациялау буйынса вице-президенты; 2003 - 2005 йылдарҙа — ААЙ "АК «Сибур»ҙа полимерҙар, каучук һәм химик туҡымалар дирекцияһының етәксеһе булып эшләй.[1].

Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы составына инә[2], Башҡортостан Республикаһы президенты ҡарамағындағы инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы составында була.

Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалында «менеджмент» һөнәре буйынса студенттар уҡыта. Салауат ҡалаһы № 1 лицейының бағыусылар советы рәйесе.

ААЙ «Газпром нефтехим Салауат»та эшләүе үҙгәртергә

Д. Ә. Шәүәлиев асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһында эшләгән ваҡытта «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы көрсөк һәм үҫеш этаптары кисерә. Әлеге ваҡытта ААЙ «Газпром нефтехим Салауат» Рәсәйҙә төп нефтехимия үҙәктәренең береһе булып тора. 140-тан ашыу атамалар исемлегенән торған продукция сығара, шул иҫәптән 70-тән ашыуы төп продукция атамалары.

Продукцияһының сифаты бөтә донъя стандарттарына тап килә, был  күргәҙмәләрҙә алынған Рәсәй һәм сит илдәрҙең абруйлы наградалары менән раҫлана. ААЙ «Газпром нефтехим Салауат»  ИСО сифаты һәм экологик хәүефһеҙлек өлкәһендәге 9001 һәм 14001 халыҡ-ара стандарттарына ярашлы сертификатҡа эйә булған һирәк илдәрҙең нефть химияһы предприятиеларынан береһе, уның был күрһәткесе продукцияны үҙебеҙҙең илдә һәм сит илдәргә һатыу тураһындағы контракт төҙөгән ваҡытта  предприятиеға ҙур өҫтөнлөктәр бирә.

Уртаса айлыҡ эш хаҡы ААЙ «Газпром нефтехим Салауат»та   2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 26,3 % арта һәм 32594 һум тәшкил итә. Эшселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы — 21036 һум. 2011 йылда компания төрлө кимәлдәге бюджеттарға 34 миллиард һум һалым түләй (2010 йылда — 23 миллиард һумдан ашыу).

Предприятиела яңы төр продукциялар етештереү һәм эшләп торған етештереү ҡоралдарын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла. 2010 йылда Hostalen суспензиялы технология буйынса түбән баҫымлы полиэтилен етештерелә башлай. 2013 йылда ПЭНД-дың (түбән баҫымлы полиэтилен) икенсе сиратын асыу планлаштырыла. Пиролиз етештереү ҡеүәтен йылына 380 мең тоннаға тиклем киңәйтеү һәм НПЗ-ны (нефть эшкәртеү заводын) яңыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу, FCC каталитик крекинг комплексын төҙөү, ЭЛОУ АВТ-6 ҡоролмаларын урынлаштырыу, япон фирмаһы Тоуо проекты һәм лицензияһы буйынса карбамид грануляцияһы ҡоролмаһын ҡуйыу планлаштырылған.

ААЙ «Газпром нефтехим Салауат» Рәсәйҙә шәкәр диабеты менән сирләүсе балаларҙың тормош сифатын һиҙелерлек яҡшыртыусы тәүге һәм берҙән-бер предприятие булып танылды. Ул Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларының барлыҡ диабет сирле балаларын өҙлөгөүҙән һаҡлаусы инсулин помпаһы бүләк итте.

Д. Ә. Шәүәлиев ярҙамы менән  киң күләмле «Йөрәкте һаҡлау» проекты тормошҡа ашырыла, уның төп маҡсаты — ата-әсәләрҙең үҙ балаларына иғтибарын көсәйтеү һәм наркоманиянан киҫәтеү тора. Предприятие «Салауат» спорт-концерт комплексын,  «Алтын балыҡ» йөҙөү бассейнын төҙөү, Октябрҙың 50 йыллығы исемендәге стадионды ремонтлау, беренсе лицей, «Спутник» балалар һауыҡтырыу үҙәген реконструкциялау, «Зенит» ФК академияһының беренсе төбәк филиалын асыу һәм  FIFA стандарттарына ярашлы футбол яланын реконструкциялау менән шөғөлләнә .Шәүәлиев инициативаһы менән  Мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкциялана, «Нефтехимик» спорт һарайы яңыртып төҙөлә. Бөгөнгө көндә  6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән СКК «Салауат»ябыҡ һырғалаҡтың өсөнсө сираты төҙөлә. 2014 йылдың октябрь айында Шәүәлиев Рәсәйҙең халыҡ артисы В. Т. Спиваков менән берлектә Салауат ҡалаһында  йәш таланттар музыка мәктәбен аса. Шәүәлиев бары тик 4 һәм 5 билдәләренә генә мәктәпте тамамлаған сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн  ҡала сығарылыш балын өйоштора.

2014 йылдың 20 ғинуарында  «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сираттан тыш йыйылышы ҡарары менән Дамир Әхәт улы Шәүәлиевтың был йәмғиәттең генераль директоры вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү эштәренә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөнД. Ә Шәүәлиев «Рәсәй патриоты» (2009) миҙалы менән бүләкләнгән.
  • 2012 йылда Салауат ҡалаһының социаль инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Д. Ә. Шәүәлиевҡа «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә.
  • «Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл» миҙалы.
  • «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советының рәхмәт хаты
  • Рус Православие Сиркәүенең 3-сө дәрәжә « Честь и Слава» ордены (2012)
  • Урыҫ Православие Сиркәүе ордены
  • Рус Православие Сиркәүенең Изге кенәз Даниил Московский ордены (2016)
  • Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн Башҡортостан Президентының рәхмәт хаты. (2016)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2016)

Фотогалерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

«Газпром нефтехим Салават». Энциклопедия. Уфа, изд. Башкирская энциклопедия. 2013. ISBN 978-5-88185-079-1

Һылтанмалар үҙгәртергә