Мәҙәниәт һәм ял паркы (Салауат)
Мәҙәниәт һәм ял паркы — Салауат ҡалаһында төп парк. 1965 йылда нигеҙ һалынған. Парк Пархоменко һәм Ключевая урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан, урам яғынан парк бетон ҡойма менән кәртәләп алынған. Парк майҙаны 252 600 квадрат метр тәшкил итә.
Мәҙәниәт һәм ял паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1965 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Салауат |
Тарихы
үҙгәртергәМәҙәниәт һәм ял паркына[1] 1965 йылда ҡала йәштәр паркы итеп[2] нигеҙ һалына.
60-сы йылдарҙа парктың бейеү майҙансығы, күп скульптуралары була. Парк үҙәгендә СССР-ҙың 50 йыллығына арналған стела күтәрелә. Стеланың авторы — Мирошников, «Ишимбайжилстрой» тресының баш инженеры, элек «Салаватстрой» тресында эшләгән. Паркты ҡуйы ағас баҫҡан.
Парктағы быуа киң танылған урын була. Быуаның үлсәмдәре — 200×50 м. Быуа грунт һыуҙары менән туҡлана. Быуаның яры текә һәм нығытылмаған була. Быуала балыҡсылар балыҡ тотҡандар, ял итеүселәр катамарандарҙа һәм кәмәләрҙә йөҙгәндәр.
Бөгөнгө көндә паркта ҙур эштәр эшләнгән — быуа яры нығытылған, быуаға балыҡ ебәрелгән (табан балыҡ, сазандар), балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөлгән.
Киләсәге
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта паркта реконструкция тамамланды. «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акионерҙар йәмғиәте предприятиеһы паркты тулыһынса яңыртты. Ял һәм мәҙәниәт паркын реконструкциялау компанияның өҫтөнлөклө социаль проекттарының береһе була. Яңыртып ҡороу барышында иҫке ағастар ҡырҡыла, улар урынына 1000-гә яҡын тирәк, ҡарағай, йүкә, балан, миләш үҫентеләре ултыртылған. Балалар өсөн яңы спорт-уйын майҙансыҡтары, дөйөм оҙонлоғо 15 саҡрым булған йүгереү, велосипед, йәйәүле юлдары төҙөлгән. Юлдарға төрлө төҫтәге плиткалар түшәлгән. Парк быуаһы реконструкцияланған һәм таҙартылған, унда үҫемлектәр менән туҡланыусы балыҡтар үрсетелә. Ҡыш паркта 200-гә яҡын уникаль себер кедрҙары ултыртыла. Бетон ҡойма сүкеп яһалған суйын рәшәткә менән алмаштырыла.
2012 йылдың 6 июнендә реконструкциянан һуң парк рәсми рәүештә асылған[3]. Асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе Сергей Шахрай, Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Салауат ҡалаһы ҡала округы башлығы Фәрит Ғилманов, «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акионерҙар йәмғиәте генераль директоры Дамир Шәүәлиев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнаша.
Кесе формалар архитектураһы өлкәһендә проект идеяларына, мөхит дизайны һәм күргәҙмәле дизайн, шулай уҡ «Тылсымлы парк» киңлеген тематик аныҡлау идеяһына Халыҡ-ара конкурс иғлан ителгән. Приз — 100 мең һум.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә70-се йылдарҙа паркта күңел асыу аттракциондары күп була:
- Балалар тимер юлы
- Күҙәтеү тәгәрмәсе
- Һыу велосипедында йөрөү
- Электр автомобилдәре
- Каруселдәр
- Таусыҡ
- Балалар майҙансығы
Паркты скульптура композициялары биҙәй:
- Хайуандар скульптуралары
- СССР-ҙың 50 йыллығына арналған стела[4].
2015 йылдың 6 майында паркта Салауат ҡалаһының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларынан вариҫтарға мөрәжәғәтнамә менән капсула һалына. Мөрәжәғәтнамәне 30 йыл үткәс Салауат ҡалаһының яңы быуыны уҡыясаҡ. Парктың дан аллеяһында ветерандар йүкә ағастары ултыртҡан. Ял һәм мәҙәниәт паркы исемен «Еңеү паркы» тип үҙгәртергә тәҡдим ителә.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәПаркты яңыртып ҡороу барышында яңы технологиялар ҡулланыла: барлыҡ юлдар — йәйәүлеләр, йүгереү, велосипед — бер нисә ҡатлам һалына.
Балалар майҙансығы заманса йомшаҡ, резина валсығынан мастерфайбр менән ҡаплатыла[5] — ул эҫенән дә, һыуыҡтан да ҡурҡмай. Структураһы губканы хәтерләтә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың 2 июнендә ҡабул паркта ағас ултыртыу буйынса акцияла ҡатнаша һәм ағас ултырта.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Газета «Салаватский нефтехимик» № 50 (4983) от 28 декабря 2011 года
- Газета «Выбор» № 63-66 (9989-9992) статья «Капсула времени». 2015 г.