Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы
Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы (1909 йыл — 19? йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ветеринар. Старшина. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).[1][2]
Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1909 |
Тыуған урыны | Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы |
Вафат булған урыны | Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы |
Һөнәр төрө | ветеринар |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1909 йылда Башҡортостандың хәҙерге Благовар районы Ломов ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ҡатыны Әминә менән ветеринария станцияһында ветеринар булып эшләгәндәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында уны төҙөй башлағандан алып, 1941 йылдың декабрь айынан, 1945 йылдың майына тиклем хеҙмәттә була. 275-се кавалерия полкы; 58-се гвардия кавалерия полкында (16 гвардия кавалерия дивизияһы) ветеринария фельдшеры булып хеҙмәт итә (Хәрби званиелары: кесе ветфельдшер; ветеринария хеҙмәте гвардия старшинаһы; ветеринария хеҙмәте старшинаһы; гвардия старшинаһы)[2]. Ике тапҡыр йәрәхәтләнә — муйыны һәм һул яҡ ботон дошман пуляһы тишеп үтә. Дивизия аттарының һаулығы тураһында ҡайғыртыу ветеринарҙар өҫтөндә була.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Әминә (1924), ветеринар. Балалары: Лиза (1937), Лена (1939), Рәлиф (1942), Рида (1946), Римма (1948), Рәйлә (1958).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[2]
- «За боевые заслуги» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймарданов Мубаряк Нуриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Шаймарданов Мубарак Нуреевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)