Шәбеҙбаш (Шабызбаш[2]; татар. Шәбезбаш, рус. Шабизбашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Шәбеҙбаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старокурмашевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423748
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Бүләр ырыуы башҡорттары менән 1740 йылда килешеү төҙөгән типтәрҙәр Шәбеҙбаш ауылына нигеҙ һала. Ауыл Бүләр улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[4].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].

XX быуат башында ауылда мәсет теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

1848 йылда ауылда 170 типтәр, 1870 йылда — 229 типтәр, 1912 йылда — 366 типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
17951859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
66218229269307395379287315273186152182111786567

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 491—492. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.